

“Филин” ҡушаматлы яҡташыбыҙ 2024 йылдан алғы һыҙыҡта намыҫ менән хеҙмәт итә. Тиҫтерҙәре менән ағас мылтыҡ менән һуғыш уйыны уйнап үҫкән ябай ауыл малайы бөгөн ҡулына ҡорал алып, яуға китте.
“Филин” Илтирәк ауылында ике балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Мөхәббәтле тулы ғаиләлә балалар бәхетле, татыу булып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәйҙәр. Егет урындағы мәктәптә белем ала. Ҡышҡы спорт төрҙәренең иң киң таралғандарының береһе булған саңғы спортын үҙ итә.
Мәктәпте тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалында военкомат ҡушыуы буйынса бер йыл уҡып водитель таныҡлығы алып сыға. Йәше еткән һәр егет хеҙмәткә ынтылған кеүек, ул да армияға китә. Хәрби хеҙмәтен Адыгей Республикаһының Майкоп ҡалаһында үтә. Егет армияла ярты йыл һалдат һурпаһы эскәндән һуң, Грузия менән Абхазия араһында тыныслыҡты урынлаштырыу миссияһында ҡатнашыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт нигеҙендә хеҙмәткә ҡала.
- Хәрби һөнәр ныҡ оҡшай ине. Армия ир-егеткә бик күпте бирә. Ул иң тәүҙә үҙеңде ир-егеттәрсә тоторға, һәр һүҙең өсөн яуаплы булырға өйрәтә, физик яҡтан сыныҡтыра, - ти ул.
Яугир ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашып, сик буйында Тыуған ил хәүефһеҙлеген һәм тыныслығын һаҡлай. Ябай һалдаттан миномет командирына тиклем юл үтә.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тыуған ауылында төпләнә, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, күркәм йорт һалып матур ғүмер кисерә. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан “Газпром” йәмғиәтендә мастер булып эшләй.
- Минең улым да патриот. Урындағы мәктәптең 7-се класын тамамлағас, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы уҡыусыһы булып китте. Бөгөнгө көндә икенсе курста уҡый. Взвод командиры булып тора, - ти яугир ғорурлыҡ менән улы тураһында.
Яҡташыбыҙ 2024 йылдың ғинуарында махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа ашыға.
- Мин унда булырға тейешмен, тип уйланым, сөнки минең хәрби тәжрибәм дә бар, - ти яугир.
“Филин” позывнойлы яугир Зорин исемендәге танк батальонында элемтә взводы бүлексәһе командиры була. Бер йыл тирәһе Кременный янындағы Серебрянск урмансылығындағы фронтта хеҙмәт итә. Һуңынан артиллерияға күсереүҙәрен һорап етәкселеккә рапорт яҙа. Бөгөн 288-се гвардия артиллерия бригадаһында хеҙмәтен алып бара. Әлеге мәлдә яңы батальон ойоштороуға әҙерлек үтә.
Беҙҙең именлегебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен аямай көрәшкән ҡыйыу яҡташыбыҙға махсус хәрби операция биләмәһендәге хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.