

Ҡан тапшырыу ғүмерҙәрҙе ҡотҡара
20 апрелдә Рәсәйҙә донорҙар көнө билдәләнә. Көн һайын, минут һайын бөтә донъяла кешеләргә башҡаларҙың ҡаны кәрәк. Күп кенә ауырыуҙар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәр өсөн ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге ул. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Рәсәйҙең почетлы доноры Әнүәр Игамбердиев та үҙ теләге һәм күңел ҡушыуы буйынса 80 тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырған.
- Тәүге тапҡыр Урта Азияла йәшәгән саҡта ҡан тапшырырға тура килде. Ул осорҙа Афғанстан һуғышы менән бәйле яралыларға бик күп ҡан кәрәк булды. Кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуҙа ярҙам итә алыуым ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерҙе һәм шул ваҡыттан алып ҡан тапшыра башланым, - тип башланы һүҙен Әнүәр Раим улы.
1994 йылдарҙа ул ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалыға йәшәргә күсеп килә һәм бына утыҙ йылдан ашыу инде район үҙәк дауаханаһында намыҫлы хеҙмәт итә. Административ-хужалыҡ эштәре буйынса баш табип урынбаҫары, инженер вазифаларын башҡарған Әнүәр Раим улын хеҙмәттәштәре генә түгел, бар район халҡы танып, ихтирам итеп тора. Уның изгелеклелеге, ярҙамсыллығы йөҙөнә сыҡҡан. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки тап шундай кешеләр генә меңәрләгән кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға, һаулығын һаҡлап ҡалыуға иң беренсе булып ярҙамға килә.
- Районда айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡан күп талап ителде. Улар аҙаҡтан килеп рәхмәттәр әйтеп китерҙәр ине. Көтмәгәндә ярҙам талап ителеп, тиҙ арала ҡан тапшырырға кәрәк булһа, “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән төнөн дә өйҙән килеп ала инеләр. Ундай осраҡтар бик йыш була торғайны. Ҡайһы саҡ айына 2-3 тапҡыр ҡан тапшырырға тура килә ине, - ти Әнүәр Раим улы.
“Почетлы донор” исеме кемдәргә бирелә? Ниндәй ташламалар алаһығыҙ? – тигән һорауымды бирәм.
- Был исем 40 тапҡырҙан ашыу ҡан тапшырған кешеләргә бирелә. Йылына бер тапҡыр 18 мең аҡса алам, шифаханаларға льготалы путевкаларҙы беренсе сиратта һатып алыу, уңайлы ваҡытта йыллыҡ түләүле отпуск биреү, ОМС буйынса медицина ярҙамын сиратһыҙ ҡулланыу мөмкинлектәре бар. Әммә минең өсөн иң мөһиме льготалар түгел, ә үҙемдең кешеләргә файҙа килтереүемде аңлау, - тип яуаплай әңгәмәләшеүсем.
Әнүәр Раим улы әлеге көндә лә район үҙәк дауаханаһында табип-бактериолог булып эшләүсе ҡатыны Римма Фәрит ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп матур, татыу ғүмер итәләр, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа баҫтырғандар. Өлкән ҡыҙҙары Маргарита шәфҡәт туташты, Розалия - иҡтисадсы, улдары Денис инженер-электрик һөнәрҙәрен һайлаған. Игамбердиевтар өсөн дауахана эш урыны ғына түгел, шәфҡәтлелек, дисциплина, кешеләргә ярҙам итергә ынтылыш кеүек ҡиммәттәрҙе берләштергән урын да.
Сәләмәт кешеләр ҡан тапшырыуҙан ҡурҡмаһындар тигән фекерҙә маҡтаулы донор. Донорлыҡ – ул ябай һәм изге эш. Һеҙ тапшырған ҡандың кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуы хаҡында онотмайыҡ, дуҫтар. Ни тиһәң дә, ғүмерҙән дә, йәшәүҙән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ донъяла. Бер-беребеҙгә һаҡсыл булайыҡ, башҡалар яҙмышына битараф ҡалмайыҡ, мөмкинлек бар икән, ҡан тапшырайыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.