Башҡа яңылыҡтар
17 Апреля , 07:20

Аферистар яңынан бәйләнешкә сыға

Енәйәтселәр граждандарҙы алдауын дауам итә. Һуңғы ваҡытта райондың ике кешеһе аферистар иҫәптәренә 130 мең һум аҡса күсереп, интернет-мутлашыусылар ҡорбаны булды.

Сим-картаға килешеүҙе оҙайттылар
Прибельский ауылында йәшәүсе ҡатын классик хәйләгә эләгә. Ҡыҙға мутлашыусылар билдәһеҙ номерҙан кәрәҙле элемтә операторы исеменән шылтыратып, сим-картаның ғәмәлдән сығыу ваҡытын оҙайтыуҙы тәҡдим итә. “Оҙайтыу” өсөн ул смс-хәбәрҙән кодты ебәреүен һорай.
Зыян күреүсе дүрт һанлы кодты әйтеп бирә, шунан һуң “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында үҙенең аккаунтына инеү тураһында белдереү ала. Ҡурҡып, ул был хәбәрҙә күрһәтелгән номерға шылтырата.
Артабан “Дәүләт хеҙмәттәре” һәм Үҙәк банктың ялған техник ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшкә тотона. Психологик эшкәртеүҙән һуң зыян күреүсе үҙ ирке менән мутлашыусыларға 30 мең һум аҡса күсерә.

Пенсия фонды, Үҙәк банк һәм ФСБ:
мутлашыуҙың бер сылбыры нисек эшләй
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә Урал ауылынан Алмаз Р. (исеме үҙгәртелде) шылтырата. Ир күп аҙымлы мутлыҡ схемаһының ҡорбаны булған.
Бөтәһе лә шылтыратыуҙан башлана. Енәйәтсе, үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштырып, Алмаз Р.-ҙың бүлексәгә шәхсән килеүен һорай. Сиратҡа яҙҙырыу өсөн ул смс-тан бер тапҡыр ҡулланыла торған кодты әйтергә ҡуша. Зыян күреүсе, бер ни ҙә уйлап тормайынса, кодты әйтеп бирә.
Артабан ваҡиғалар классик сценарий буйынса үҫешә. Мессенджерҙа ир менән “ялған” Үҙәк банк хеҙмәткәре бәйләнешкә инә һәм уның иҫәбендәге шикле эшмәкәрлек тураһында хәбәр итә. Һуңынан һөйләшеү “ФСБ хеҙмәткәре”нә күсә. Ул Алмаз Р.-ҙы ВСУ-ға аҡса күсереү өсөн ҡуҙғатылған енәйәт эше менән ҡурҡыта һәм полицияға мөрәжәғәт итергә ярамай тип ышандыра. Аферист әйтеүенсә, урындағы тәртип һаҡсылары дошман менән бәйле.
Әңгәмә барышында ФСБ-ның ялған хеҙмәткәре уның һаҡлыҡта аҡсаһы булыуы менән ҡыҙыҡһына. 100 мең һум аҡса тупланыуы тураһында ишеткәс, ул ашығыс рәүештә аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсереүҙе һорай. Психологик баҫым аҫтында зыян күреүсе бөтә сумманы күрһәтелгән иҫәпкә күсерә.
Әммә мутлашыусылар бының менән генә туҡтамай. Улар Алмазды автомобилен һатырға күндерә, юғиһә, машинаны тентеү ваҡытында тартып аласаҡтар. Бәхеткә күрә, ҡатыны иренең нимәгәлер эләгеүен һиҙеп ҡала һәм килешеүҙе туҡтата.
Хөрмәтле район халҡы! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сим-карталарҙы ҡулланыу ваҡыты бөтмәй. Уны кеше үҙ инициативаһы буйынса ғына туҡтата ала. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре”, Үҙәк банк һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре шәхсән шылтыратмай, бигерәк тә мессенджерҙар аша. Үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм смс аша килгән кодтарҙы бер ҡасан да бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Беренсе талап буйынса бер ҡайҙа ла аҡса күсермәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!
Динар СӘЙФУЛЛИН.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас