Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Апрель , 09:12

Гран-при – беҙҙекеләрҙә!

Халҡыбыҙҙың йолаларына, мәҙәниәтенә һәм тарихына ихтирам һәм хөрмәт уятҡан "Башҡортостан ынйылары" республика балалар фольклор фестиваль-бәйгеһе йәш таланттарҙы йыйҙы. Ул 2007 йылдан йолаға инеп, Әлшәй районында үткәрелә. Йыл һайын бында республиканың иң талантлы, ижади балалары йыйыла.

Гран-при – беҙҙекеләрҙә!Гран-при – беҙҙекеләрҙә!
Гран-при – беҙҙекеләрҙә!

Был конкурста Малай мәктәбе "Хазина" фольклор төркөмө (коллективтың етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Ғәйфуллина, башланғыс кластар уҡытыусыһы – Ләйсән Йәлилова, гармунсы – Мансур Юламанов) "Бейеүҙəрең -сəхнəлə, хəтерең - йөрəктəрҙə" Яҡташыбыҙ бейеү алиһəһе Рəүилə Хажиеваның яҡты иҫтәлегенә" эҙләнеү-тикшеренеү эше буйынса сәхнәләштереү менән сығыш яһаны. Республика район-ҡалаларынан 20 балалар коллективы араһынан "Хазиналар" гран-при алып ҡайтты. Шулай уҡ Рəүилə Хажиева ролен башҡарған Камилла Шəмиғолова "Иң оҫта ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы" номинацияһында еңеүсе булһа, Илмир Ҡоҙаҡаев "Оҫталыҡ сере" номинацияһына лайыҡ булды. Етәкселәр Рәхмәт хаттарына, уҡыусылар БР Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һəм приздары менән бүләкләнде.
Талантлы, маҡсатҡа ирешкән балаларҙы һәм уларҙы юғары кимәлдә әҙерләгән педагогтарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас