Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Апрель , 15:36

Яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған

Ир алимент түләмәҫ өсөн Татарстанға ҡасҡан.

Яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылғанЯҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған
Яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған

Туймазыла приставтар 1987 йылғы ирҙе эҙләй. Уның балаларына алимент буйынса 1,8 миллион һумдан ашыу бурысы бар.

Ир суд приставтары хеҙмәтенә килмәй, ҡайҙалыр ҡасып йөрөй, йәшәгән урыны билдәһеҙ. Яҡташыбыҙҙың Татарстандың Әлмәт ҡалаһында булыуы ихтимал.

Уның ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (987) 587 26 16, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-04-09/zhitel-bashkirii-zadolzhal-detyam-1-8-mln-rubley-4645972

Автор:Ксения Калинина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас