Даирә
+30 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
9 Апреля , 10:39

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер

Ошо матур яҙғы көндәрҙә Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе хеҙмәт уҙаманы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың һәм ауылыбыҙҙың моңло һандуғасы Миңниса Камалова 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Йәшнәп йәшәлгән ғүмерЙәшнәп йәшәлгән ғүмер
Йәшнәп йәшәлгән ғүмер

Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы Өфө китапхана техникумының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын мәктәптә уҡытыусы булып башлай, һуңынан хаҡлы ялға туҡтағансы бар күңелен һалып, китапхана мөдире эшен алып бара. Төп эше менән бер рәттән, матур тәбиғи вокаль һәләттәре менән ул художестволы үҙешмәкәрлек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Күп йылдар дауамында уның район һәм республика кимәлендә ойошторолған сараларҙы ил инәһе сифатында моңло, сағыу йырҙары һәм телмәре менән асып ебәреүен әле лә күптәр яҡшы хәтерләй. Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы тигәндәй, Миңниса Камалова яҙған шиғырҙарға бик күп көйҙәр һалынған, уның моңло йырҙары һәм шиғырҙары концерттарҙың биҙәге булып тора. Уның хеҙмәт исемлегендә дипломант, лауреат, республика һәм район конкурстарында Гран-при яулаусы исемдәре бар.
Тормош иптәше, элекке мәктәп директоры Ғәлинур Йыһанур улы менән 60 йыл бергә татыу һәм бәхетле ғүмер кисерҙеләр. Камаловтар өс балаға ғүмер бүләк итеп, барыһы ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Улар барыһы ла үҙ аллы тормош ҡороп, матур донъя көтәләр.

Бөгөнгө көндә Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы ауылыбыҙҙа хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған өлгөлө әсә, ҡатын һәм өләсәй. Асыҡ йөҙлө, тәрән фекерле ағинәй күпме йәш ғаиләләргә аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеп йәшәй.
Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙына артабанғы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ. Балаларының изгелеген һәм хөрмәтен тойоп, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын.
Оло хөрмәт менән Яҡуповтар ғаиләһе.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас