

2 мең гектарҙан ашыу ерҙә Аркадий Михайлович арпа, борсаҡ, рапс, көнбағыш һәм башҡа культуралар сәсә. Хужалыҡта орлоҡ етерлек: уларҙың барыһы ла илебеҙҙәге селекцияларҙан, ә борсаҡ – үҙҙәрендә етештерелгән.
- Әкренләп яҙғы бойҙай сәсеүҙән баш тартырға уйлайым. Әлеге һауа торошо һәм климат шарттарында уны үҫтереү ауырлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, уҙған йыл баҫыуҙарҙа ужым бойҙайы оҙон булып үҫте. Беҙ шуға уңыштың күп өлөшөн юғалттыҡ, - ти фермер.
Ул көнбағыш орлоғон тура Шишмә заводына тапшырһа, борсаҡты һатыуҙа әлегә проблемалар бар. Әлеге баҙар хаҡына фермер ҡәнәғәт түгел, шуға күрә ул миҙгел барышында ҡиммәтләнеүен көтә.
Бөгөнгө көндә хужалығында кәрәкле техника бар, әммә Аркадий Кучеровтың хыялында – өс функцияны үтәгән телескопик тейәгес (тейәгес, күтәргес кран һәм экскаватор) алыу.
Ғөмүмән, аграр өлкә һауа шарттарына бәйле, шуға күрә һәр ваҡыт Б планы булырға тейеш һәм баҙар ихтыяжына ғына түгел, климаттың үҙгәреүенә лә тиҙ яраҡлашырға кәрәк.
Фермерҙың эштәре бик күп. Алда иң мөһим этап – сәсеү осоро. Уның имен үтеүен, ә һауа торошоноң тотороҡло булыуын теләйбеҙ. Уңыш мул булһын!
Айһылыу Камалетдинова.