+30 °С
Болотло


Тауыҡ һурпаһы әҙерләйбеҙ: итен алып, һурпаны һөҙәбеҙ. Табала кишер, һуған ҡыҙҙырабыҙ. Унан ҡайнап торған һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф, кишер, һуғанды һалып, картуф бешер-бешмәҫ хәлгә еткәнсә ҡайнатабыҙ. Шуға ваҡлап туралған йәш кесерткән, ҡуҙғалаҡ япрағы һалабыҙ, тоҙ, борос, лавр япрағы өҫтәйбеҙ.
Ашты оҙаҡ ҡайнатырға кәрәкмәй. Һуңынан туҡылған йомортҡаны һурпаға ағыҙа-ағыҙа болғатабыҙ, ҡапҡасты ябып, шул рәүешле 30 минут самаһы тотабыҙ. Ашты табынға ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин. Кемдер йомортҡаны бешереп, шул көйөнсә лә һала.