Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Апрель , 11:09

Аферистарға эләккән

Прибельский ауылынан студент ҡыҙ енәйәтселәрҙең ҡорбаны була.

Прибельский ауылынан студент ҡыҙ енәйәтселәрҙең ҡорбаны була. Уны интернет селтәрендә иғлан буйынса арендаға торлаҡ алырға теләгәндә алдағандар.
Ҡыҙ социаль селтәрҙәрҙә бер бүлмәле фатирҙың арендаға бирелеүе тураһындағы белдереүгә тап була. Хаҡы “ҡыҙыҡтырырлыҡ” булып сыға – ни бары 16 700 мең һум, был баҙарҙыҡынан шаҡтай түбән. Түбән хаҡҡа ышанып, ул арендаға биреүсе менән элемтәгә инергә уйлай.
Белдереүҙәге һылтанма буйынса мессенджерҙарҙың береһенә инеп, зыян күреүсе ялған-риелтор менән шарттар тураһында фекер алыша. Енәйәтсе уны торлаҡты броньлау өсөн бөтә сумманы индерергә кәрәк, тип ышандыра. Енәйәтсе һүҙҙәренсә, аҡсалар кергәндән һуң сервис иҫәбендә “ҡалырға” тейеш була, ә фатирҙы ҡарау буйынса осрашыу шул уҡ көндөң кисендә булырға тейеш була. Әгәр ҙә торлаҡ ҡыҙҙы ҡәнәғәтләндермәһә, уға аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә иткән булалар.
Студент ҡыҙ шарттарға ризалаша һәм сумманы күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Әммә аҡса алғандан һуң, ялған арендаға биреүсе элемтәгә сығыуҙан туҡтай, мессенджерҙағы яҙышыуҙы бөтөрә һәм ҡыҙҙы блокировкалай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә.
Хөрмәтле райондаштар! Интернет селтәрендә уяу булығыҙ! Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ, мәғлүмәтте тикшерегеҙ һәм финанс операцияларының теләһә ниндәй тәҡдимдәренә һаҡлыҡ менән ҡарағыҙ.
Динар СӘЙФУЛЛИН.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас