Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Апрель , 06:19

Алда тағы еңеүҙәр булһын!

Әлшәй районы Раевка ауылы мәктәбендә "XV Щербаков уҡыуҙары" Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Алда тағы еңеүҙәр булһын!Алда тағы еңеүҙәр булһын!
Алда тағы еңеүҙәр булһын!

Быйыл конференция Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә арналды. Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияның 9 “а” класы уҡыусыһы Илнара Ғайсина «Ғаилә хәтере: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында олатайҙарымдың тормошо һәм батырлыҡтары» тигән тикшеренеү эше менән «Ватан өсөн алыштарҙа Хәрби һәм рухи батырлыҡтар» секцияһында сығыш яһаны.

Ул беҙҙең район, гимназия исеменән сығыш яһап, 3-сө урын яуланы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы призеры дипломы менән бүләкләнде. Илнара менән уның ғилми етәксеһе Ғафарова Ләйлә Рифғәт ҡыҙын яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ, яңы ижади уңыштар һәм ҡаҙаныштар тупланмаһында еңеүҙәр теләйбеҙ!

Сығанаҡ:  https://vk.com/obrkarm

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас