Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
6 Апрель , 05:26

Ҡырмыҫҡалы баҙары гөрләй

Ҡырмыҫҡалы ауылының көнкүреш йорто алдындағы ауыл хужалығы тауарҙарынан һығылып торған сауҙа итеүселәр рәте эргәһенән туҡтамайынса үтеп китеү мөмкин түгел.

Ҡырмыҫҡалы баҙары гөрләйҠырмыҫҡалы баҙары гөрләй
Ҡырмыҫҡалы баҙары гөрләй

Бында нимә генә һатмайҙар, һөт-ҡаймаҡ, эремсек, йомортҡа, гөлдәр, ҡул эштәре барыһын да табырға була.
Мәҫәлән, Илтуған ауылынан Зилә Баҡыева һатыуға күп төрлө яран гөлөн, йомортҡаһын, туңдырғыста туңдырылған еләк-емешен алып килгән. Яран гөлөн ул 400 һум менән һата. Уңған, тырыш Зилә Рәфҡәт ҡыҙы сәскәләр үҫтерергә ярата икән.
- Мин сәскәләргә ғашиҡмын, улар менән булышыу бик оҡшай. Ихатамды матурлыҡҡа күмеп бик күп төрлө күп йыллыҡ рауза, гортензия, астильба, лилиә, гейфера, хризантема һәм башҡа сәскәләр үҫә. Йәйен баҡсала, ҡышын тәҙрә төптәрендә үҫтерәм. Көҙөн ҡаҙып ала торғандарын теплицала һаҡлайым, артабан уларҙы баҡсаға сығарып ултыртам. Һуңынан матурҡайҙар бер-бер артлы сәскәгә күмелеп, тирә-яҡҡа йәм биреп, хуш еҫ таратып, күңелде күтәрә. Тир түгеп башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен, күҙ яуын алып ултырған сәскәләрҙе күрһәм, икеләтә шатлыҡ кисерәм, - ти Зилә Рәфҡәт ҡыҙы.
Уңған хужабикәнең баҡсаһында йәшелсә-­емеше лә йәйрәп ятып уңыш бирә. Эйе, дөрөҫ сәскән, ултыртҡан йәшелсәләрҙән, емеш ағастарынан мул уңыш алыу баҡсасынан уңғанлыҡ ҡына түгел, ә баҡсасылыҡ тураһында белем һәм тәжрибә лә талап итә. Шул ваҡытта ғына мул уңышҡа өлгәшеп була. Шуға күрә ул ерҙең дымлы сағын ваҡытында ҡулланып, кишер, сөгөлдөрөн һәм башҡа йәшелсәһен ултырта һала. Көҙөн инде үҙе үҫтергән баҡса емешенән тәмле ҡайнатмалар, тәмле салаттар әҙерләй уңған хужабикә, помидор-ҡыярын да тоҙлап ҡуя.
Бындағы баҙар хаҡтары менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырып үтәйем. Йомортҡа хаҡы – 130 һум. Ҡурай еләгенең бер стаканы 150 һум тора, бер стакан һырғанаҡ – 150 һум, мәтрүшкә 30 һум менән һатыла. Бынан тыш, ҡорот - 150 һум, 100 һумға бер литр ҡатыҡ, 2 мең 500 һумға ҡаҙ, 1400 һум менән ҡаҡланған ҡаҙ, ярты литр банка ҡаймаҡты 400 һумға һатып алырға була. Шулай уҡ яҙғы сәсеүгә 100 һум менән сөгөлдөр, 50 һум менән кишер орлоғон алырға мөмкин. Һуған орлоҡтары сортына ҡарап 100-200 һум, ҡара һуғандың (орлоҡлоҡ) стаканы 250 һум тора.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас