

Ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе ҡасандыр район мәнфәғәтенә райондың төрлө учреждениеларында, ойошмаларында, предприятиеларында эшләгән. Ә махсус хәрби операция башланыу менән йөрәк саҡырыуы буйынса берҙәм һәм дуҫтарса коллектив төҙөлә. Улар маскировка селтәрҙәрен үрә, госпиталь өсөн кәрәк-яраҡтар әҙерләй, блиндаж шәмдәрен эшләй, йөрәк йылыһы менән һуғарылған әйберҙәрҙе гуманитар йөк итеп фронтҡа ебәрә.
Ирекмәндәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте яугирҙәребеҙ тарафынан алғы һыҙыҡта бик талап ителә һәм фронт менән тыл берҙәмлегенең сағыу миҫалы булып тора.
Һәм бына улар ҡырҡҡа яҡын кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, офицер, шағир- яҙыусы Шәриф Бикҡол музейына йыйылды. Ҡунаҡтар музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы, ҡыҙыҡлы экспонаттар, заманса һанлы ҡорамалдар менән танышты. Улар музейҙың үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов ирекмәндәргә әүҙем эшләгәндәре өсөн Рәхмәт хаттары һәм сәскәләр бүләк итте. Ирекмәндәр штабы етәксеһе Резеда Шамил ҡыҙы Әхтәмова уларҙың ҡайһы берҙәренә КПРФ-тың республика комитеты һәм хәрби частар командирҙарының рәхмәт Хаттарын тапшырҙы. Йәнле әңгәмә тәм-томдарҙан һығылып торған сәй табыны артында дауам итте. Сараны штаб ағзалары Татьяна Ибраҡова, Венера Латипова һәм Фәрғәт Ҡотлобаевтар үҙҙәренең йырҙары менән биҙәне. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, "Илһам" ижади берекмәһе ағзаһы Венера Латипова “Ирекмәндәр” гимнының һүҙҙәрен һәм музыкаһын үҙе яҙҙы, уны ҡунаҡтар бергәләп башҡарҙы. Бындай ҙур коллективтың күргәҙмә залына килеүе күңелдә иң йылы тойғолар ҡалдырҙы. Бындай кешеләр булғанда, Еңеү һис шикһеҙ беҙҙең яҡта буласаҡ!
Фәйрүзә Ҡотлобаева.
Ҡарлыман ауылы.