

Ул урындағы мәхәлләне 22 йәшенән алып етәкләй. Сығышы менән Миәкә районынан булған егет беҙҙең районда беренсе тапҡыр уҙғарылған дини байрамды үткәргәндән һуң күсеп килергә тигән тәҡдим ала һәм бына утыҙ бер йыл инде исламға тоғро хеҙмәт итә.
Яңы имам-мөхтәсиб юғары донъяуи белемгә эйә. Ул Өфөлә сәнғәт Академияһын баян класы буйынса тамамлай, дини белемде 1993-1994 йылдарҙа Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәлә үҙләштерә. Күп йылдар ул "Ҡала һәм райондар" тигән иғландар гәзитен сығара, шулай уҡ үҙенең актерлыҡ һәм музыкаль һәләттәре арҡаһында һәр сараның иҫ киткес биҙәге булып тора. Өйләнгән, өс балаһы бар.
Әлфәрит хәҙрәттең кандидатураһын райондың барлыҡ 16 имамы, шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты буйынса имам-мөхтәсиб Ирек хәҙрәт һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева хупланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем был вазифаны күп йылдар дауамында Бишауыл-Уңғар ауылынан Мазһар хәҙрәт Мусин биләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сир арҡаһында ул быйыл ғинуар айында яҡты донъя менән хушлашты. Уны тик яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.
Әлфәрит Ширғазиндың эштәре уң булыр, тип ышанабыҙ, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ һәм күп көс теләйбеҙ!
Рушания Хәмәтғәлимова.
Автор фотоһы.