Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Апрель , 10:06

Күңелгә рәхәтлек биргән осрашыу

Күңелгә рәхәтлек биргән осрашыуРедакцияла ижади тоғро дуҫтарыбыҙ - гәзитебеҙҙең 2025 йылғы лауреаттары, төрлө конкурстарҙа еңеүселәр, беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә торған гәзит уҡыусылар менән тәүге яҙ айында йылы осрашыу һәм уларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Күңелгә рәхәтлек биргән осрашыуКүңелгә рәхәтлек биргән осрашыу
Күңелгә рәхәтлек биргән осрашыу

Сараны “Даирә” гәзитенең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова асып, баҫманың эше, пландары менән таныштырып үтте.
- Бөгөн беҙ йолаға буйынса, йыл йомғаҡтарын барларға, быйылғы йылға пландар тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ. Йыл дауамында төрлө сараларҙа күрешеп торҙоҡ. Мәҫәлән, “Илһам” ижади берекмәһенең, Фирүзә Абдуллинаның юбилейҙарында, яҙыусылар менән осрашыуҙа, Флүрә Ноғоманованың гала-концертында һеҙҙең әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы, уңыштар яулауығыҙҙы күреп ҡыуандыҡ һәм гәзит биттәрендә сағылдырып барҙыҡ, - тине ул.
Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы һүҙен дауам итеп, редакцияның эш барышы хаҡында һөйләне.
- Күңелдәргә барып етерлек йылы һүрәтләмәләр һәм репортаждар яҙыу өсөн командировкаларға йөрөйбөҙ, сайт һәм төркөмдә эшләйбеҙ, грант яҙабыҙ. Уҙған йыл грантыбыҙҙы “Сәләмәт тормошто яҡлау” темаһына яҙһаҡ, быйыл Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителеү айҡанлы, өлгөлө, күмәк балалы, бергә оҙаҡ ғүмер иткән, төрлө шөғөлдәр менән мауыҡҡан ғаиләләр тураһында яҙыуҙы планға индерҙек. Шулай уҡ гәзитебеҙҙә “Теле барҙың – иле бар” конкурсы иғлан ителде. Йыл аҙағында конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ. Алда маҡсаттарыбыҙ, пландарыбыҙ бик күп. Һеҙҙең менән бергәләп уларҙы бойомға ашырырбыҙ, тип ышанабыҙ, - тип һөйләне ул.
Сығышта тел ҡиммәте, уның юғалыу ҡурҡынысы, тираждың кәмеүе, ауылдарҙа почта бүлексәләренең ябылыуы, почтальондарҙың эшкә килмәүе һәм был мәсьәләне яйға һалыу юлдарын эҙләү хаҡында ла әйтеп үтелде.
Артабан осрашыуҙың тантаналы өлөшө башланды. Йыл лауреаттарына Дипломдар, конкурстарҙа еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм баҫмабыҙ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе гәзит уҡыусыларыбыҙға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Беҙ уларҙың барыһын да ихлас тәбрикләйбеҙ, район тормошон яҡтыртыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ. Ижади дуҫлығыбыҙ күп йылдарға һуҙылған авторҙарыбыҙ бигерәк ҡәҙерлеләр. Улар гәзиттең сығарылышына үҙ өлөштәрен индерә. Эштәре гәзитебеҙҙе тағы ла байыта, йөкмәткелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итә.
Ҡунаҡтар ҙа, үҙ сиратында, гәзит хаҡында йылы һүҙҙәрен, фекерҙәрен еткерҙе, донъяға ҡараштары хаҡында һөйләне, шиғри һүҙҙәр менән дә, йыр аша ла еткерҙеләр.
Был көн байрам кеүек булды, күңел ял итте. Артабан хеҙмәт итеү өсөн һәр кем илһам алды. Киләсәктә лә ижади хеҙмәттәшлек дауам итер, дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡланыр, тип ышанабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Розалия Назарова фотолары.

Рим Исхаҡов:
- Бала саҡтан тормошом гәзит менән бәйле булды. Район гәзите бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Ул - мәғлүмәт тә, аҡыл да, фекер алышыу майҙансығы ла. Гәзитебеҙ бар икән, тормош та күңеллерәк. Тормошта түбәнәйеү ҙә, күтәрелеш тә була. Гәзит тә, китап та бөтмәйәсәк. Уҡыусылар артып торһон, донъялар имен булһын. Гәзит йәшәйәсәк!

Күңелгә рәхәтлек биргән осрашыу
Күңелгә рәхәтлек биргән осрашыу
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас