Даирә
+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Апрель , 16:16

Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде

Уҙған аҙнала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.

Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде

Был көндө мәҙәниәт усағында ижад һәм илһам атмосфераһы хөкөм һөрҙө. Тормошо ошо өлкәгә тығыҙ бәйләнгән кешеләр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Халыҡтың тормошон сағыуыраҡ, йәнлерәк итеү өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп көс һала. Тап улар халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү юлында тынғыһыҙ хеҙмәт итә.
Сараны тантаналы асҡандан һуң, муниципаль район ха­­ки­миәте башлығы Әлфир Саби­ров ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең рухи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды, яңы ижади ҡаҙаныштар теләне.
- Мәҙәниәт өлкәһе һәр беребеҙ өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Хәҙерге йәмғиәт өсөн мәҙәни тормоштоң бөтә йүнәлештәре лә юғары роль уйнай. Һәләтле, уңышлы, төрлө яҡлы һәм ижади йәштәрҙе тәрбиәләүҙә лә ярҙам итә. Талантлы кешеләребеҙҙең ижадына һәр ваҡыт ҙур һоҡланыу менән ҡарайым. Ә улар беҙҙең районда ысынлап та байтаҡ. Беҙҙең “Мәләш”, “Дәрт”, “Ря­биновый звон”, “Прибельские зори” вокаль-хор жанрында төп коллективтарыбыҙ бар. “Далан”, “Йондоҙ” һәм “Фантазия” бейеү коллекивтары даны респуб­ликанан ситтә лә киң таралған.
Махсус хәрби операция үткәреү осоронда урындағы клубтар ирекмәндәрҙе йәлеп итеү урыны булды. Бында ирекмәндәр штабы ағзалары хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Йыл һайын район хакимиәте башлығы гранттарын алыу өсөн конкурс үткәрәбеҙ. 2025 йылда Шайморатов күп функциялы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлнара Ниғмәтуллина һәм Илтирәк моделле китапханаһы китапханасыһы Анисия Михайлова иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре номинацияһында бүләкләнде. Үрге Төкөн ауы­лы­ның “Мәләш” фольклор кол­лективы “Иң яҡшы ижади коллектив” номинацияһында бил­дәләнде һәм иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы тип Бекетов ауыл мәҙәниәт йорто танылды.
Ижади коллективтарыбыҙ уңыш­тары менән ҡыуандыра, улар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, тө­бәк-ара һәм республика ки­­­мәлендәге йөҙҙән ашыу сарала ҡатнашып Гран-при яуланы, лауреат, дипломат булды. Милли мәҙәниәт проекты сиктәрендә һатып алынған библиобус һәм автоклуб һеҙҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыларығыҙ булып ҡала. Былтыр беҙҙең автоклуб республ­и­кала иң яҡшыһы тип танылды.
Мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә ижади уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия һәм һөнәри оҫталыҡ, яңы идеялар, ҡыҙыҡлы проекттар һәм, әлбиттә, ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм район мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө, эшкә тоғролоғо, әүҙем эшмәкәрлеге өсөн, тәжрибәле, һәр сараны юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур көс һалған бер төркөм алдынғылар билдәләнде.
Балалар сәнғәт мәктәбенең сәнғәт класы уҡытыусыһы Фирүзә Батталова, Николаевка ауыл клубы мәҙәни ойоштороусыһы Алина Степанова, “Далан” РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, өлгөлө хореография ансамбле етәк­сеһе Альбина Юлыева һәм “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүе ансамбле етәксеһе Гөлназ Хәкимоваларға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме би­релде. Ефремкин мәҙәниәт йор­тоноң баш мәҙәни ойоштороусыһы Валентина Иванова Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. “Иң яҡшы муниципаль мә­ҙә­ниәт учреждениеһы” номинацияһында Сихонкин моделле ауыл китапханаһының 1-се категориялы китапханасыһы Галина Федорова 50 мең һумлыҡ сертификат менән билдәләнде. Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһының район Мәҙәниәт һарайы 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыу эштәре буйынса дирек­тор урынбаҫары Айгөл Абду­лова, мәҙәниәт бүлегенең со­­ци­аль-мәҙәниәт эшмәкәрле­ге белгесе Гүзәл Ғәлиева, үҙәкләш­терелгән китапханалар систе­ма­һы директоры Светлана Дмит­риева, үҙәкләштерелгән клуб сис­темаһының үҙешмәкәр сәнғәт коллективы етәксеһе Гөлшат Илья­сова муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. Үҙәк­ләш­терелгән китапханалар системаһы водителе Ринат Әлимғафа­ров, үҙәкләштерелгән ки­­­­­тап­ха­налар системаһының китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге өлкәһендәге әйҙәүсе белгес Лилиә Вәлиева, Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы буйынса уҡытыусы Әлфиә Зиннурова, үҙәкләштерелгән клуб системаһының тауыш операторы Дамир Ишембаев һәм тауыш режиссеры Филүс Шәңгәрәев, Иҫке Муса ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Гөлшат Шәңгәрәева муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Район хакимиәте башлығы грантын алыуға район конкурсы йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” номинацияһында 50 мең һум күләмендә сертификат менән район балалар китапханаһының баш китапханасыһы Регина Абдуллина һәм Ефремкин мәҙәниәт йортоноң баш мәҙәни ойоштороусыһы Валентина Иванова билдәләнде.
Артабан район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева мәҙәниәт өлкәһендә янып, гөрләп эшләп килгән барлыҡ коллегаларын байрам менән тәбрикләне, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәр саҡ халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәүен, тормош ҡаршылыҡтарына ҡарамай, алға барыуҙарын, һәр саҡ әүҙем, ойошҡан булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ оло быуын кешеләренең, ветерандарҙың фиҙаҡәрлектәрен телгә алып үтте.
Виктория Риф ҡыҙы намыҫ­лы, оҙайлы хеҙмәт иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, тырышлыҡтары менән айырылып торғандарға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Дипломдар тапшырҙы.
Күркәм сараны “Далан”, “Йон­доҙ” өлгөлө бейеү ансамбл­дәренең сағыу сығыштары, Рөстәм Сәйғәфәровтың бе­йеүе, Зөлфиә Усманова менән Гөлсинә Хәмәдияроваларҙың моңло йыр­ҙары биҙәне.
Бик матур ойошторолған саранан хеҙмәткәрҙәр киләсәккә яңы пландар менән таралышты.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас