Ҡунаҡтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов һәм Иҫке Муса ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова ҡаршы алды.
Делегация вәкилдәренә район буйлап экскурсия ойошторолдо. Сәфәр барышында улар Илтуған ауылындағы Тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында булды. Музей директоры Клара Ғәйфуллина ҡунаҡтарға X-XIV быуаттарҙа Мең һәм Табын ырыуҙары башҡорттары килеп төпләнеүе, башҡа халыҡтарҙың күсеп килеүе, күп милләтле райондың йәшәү рәүеше, көнкүреше һәм мәҙәни үҙенсәлектәре, райондан сыҡҡан билдәле кешеләр тураһында һөйләне. Ошондай йөкмәткеле экскурсия ойошторғандары өсөн Күгәрсен районы башлығы Марат Исҡужин музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм музейға башҡорт халҡының данлыҡлы һәм популяр уйын ҡоралы – ҡурай бүләк итте.
- Тарихһыҙ киләсәк юҡ, тарих - ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Һәр кем тыуған яғының тарихын, ата-бабаларының тормош-көнкүрешен, милләтенең мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Был йәһәттән музейҙар ифрат ҙур роль уйнай.
Бындай музейҙар, әлбиттә, кәрәк. Беҙҙең ауыл биләмәһендә генә өс музей бар. Һеҙҙең музейға килгәндә, һәр бер деталь уйланып, урын-еренә еткереп эшләнгән. Музей һәм уның эшмәкәрлеге менән танышып, сағыштырып, фәһем алып, үҙебеҙҙең музейҙарҙа нимәләрҙе үҙгәртергә, ниндәй яңылыҡтар индерергә, музейҙар торошон төрләндерергә, ҡыҙыҡлыраҡ итергә ниәт бар, - тине Күгәрсен районының Ялсы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев.
Сарала ҡатнашыусылар Шайморатов ауылында булып, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалғандан һуң Шайморатов ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортона йыйылды һәм 3Д маппинг аша 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында документаль фильм ҡараны. Артабан “Түңәрәк өҫтәл” форматында үткән һөйләшеүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте һәм райондың бөгөнгө тормошо, урындағы халыҡтың көнитмеше, башҡарылған эштәр һәм киләсәккә маҡсаттар тураһында бәйән итте.
- Тәжрибә уртаҡлашыу буйынса бындай осрашыуҙар бик кәрәк. Киләсәктә лә үҙебеҙҙең тәжрибәләрҙе камиллаштырыу маҡсатында ошондай мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Сәфәр артабан Ҡабаҡ ауылында дауам итте. Делегация “Башҡорт кирбесе” Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводында булды. Күгәрсен районы ҡунаҡтары йөҙләүсе һм силикат, төҙөлөш блоктары етештереү цехтарын ҡараны һәм предприятие етәкселеге менән аралашты. Шулай уҡ улар күргәҙмә залы һәм яңы продукция ассортименты менән танышты. Әйткәндәй, бында етештерелгән материалдар йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм мөһим социаль объекттарҙа ҡулланыла.
Ҡунаҡтар Ҡабаҡ ауылындағы “Кировец-Өфө” етештереү-техник үҙәгендә булып, “Кировец-Өфө” йәмғиәте эше менән яҡындан танышыу маҡсатында предприятие буйлап сәйәхәт ҡылды. Йәмғиәттең генераль директоры Радик Хафизов үҙәктең етештереүселәр һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары сылбырында лайыҡлы урын биләүе хаҡында әйтте.
- Бөгөн беҙ, район башлығы, уның урынбаҫарҙары, район хакимиәте вәкилдәре составындағы делегация, ҡунаҡсыл Ҡырмыҫҡалы районына килдек. Район менән танышыу һәм артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, иҡтисадты һәм социаль сәйәсәтте үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәре буйынса үҙ-ара мәғлүмәт алмашыу маҡсатында килдек. Был осрашыу үҙебеҙгә дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы иҫбатлау өсөн кәрәк. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы менән дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалынды. Был дуҫлыҡ бөгөнгө тыныс булмаған заманда ла сәмләнеп, дәртләнеп эшләргә ынтылыш бирер, - тине Күгәрсен районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров.
Артабан делегация Олокүл ауылына юлланды. Унда Әлфир Сабиров йыйылыусыларға тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү эштәре барышы тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар “Мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереүҙең сифат яғынан яңы кимәлен тәьмин итеү” (“Мәҙәни мөхит”) төбәк проекты сиктәрендә былтыр яңыртылған ауыл мәҙәниәт йортонда, шулай уҡ “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” милли проекты ярҙамында йыһазландырылған ГТО спорт майҙансығында булдылар. “УфаДорМаш” етештереү берекмәһе эшмәкәрлеге менән танышыу делегацияны айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
Программа Ҡырмыҫҡалы ауылында дауам итте. Сарала ҡатнашыусылар балалар поликлиникаһын ҡарап йөрөнөләр һәм 2022 йылда район ветеринария станцияһы базаһында асылған Башҡортостан Республикаһының Ветеринария хеҙмәте музейында булды. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ветеринария эшенең барлыҡҡа килеү тарихы – боронғо замандан алып бөгөнгө көнгә тиклем - һәм шулай уҡ хеҙмәттең эпизоотик именлекте һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләүсе экспозициялар менән танышты. Уларҙың иғтибарын уникаль архив материалдары, һирәк экспонаттар һәм ветеринария тармағын үҫтереүҙең перспектив йүнәлештәре йәлеп итте.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу айырыуса әһәмиәткә эйә булды. Был ваҡиға Ватаныбыҙҙы яҡлағаны һәм еңеүгә индергән өлөшө өсөн геройҙарға тәрән ихтирам һәм рәхмәт символына әүерелде.
Район менән танышыуҙы дауам итеп, ҡунаҡтар Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатындағы етештереү цехында булдылар, продукция ассортименты менән таныштылар һәм яңы бешкән ризыҡтар һатып алдылар.
Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте сәфәрҙең һуңғы нөктәһе булды. Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов коллегаларына урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдары тураһында ентекләп һөйләне һәм ышанып тапшырылған биләмәне төҙөкләндереү буйынса саралар үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ҡунаҡтар ҡырмыҫҡалыларға йылы ҡабул иткәндәре һәм ихлас ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе, алынған тәжрибә уларҙың муниципалитеттарында мотлаҡ ҡулланыласаҡ, тип билдәләне. Хозур тәбиғәт һәм хужаларҙың ҡунаҡсыллығы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Үҙ сиратында, йәй көнө ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм район хакимиәте белгестәренең Күгәрсен районына яуап сәфәре булыр, тип көтөлә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА,
Миләүшә ШАМИЛОВА.
Автор фотолары.