Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель , 10:31

Контракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөн

Йәш егеттәрҙең ҡыйыу аҙымдар менән ил һағына юлланыуы ғорурлыҡ уята. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. «Чуваш» позывнойлы яугир ҙа шундайҙарҙан.

Контракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөнКонтракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөн
Контракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөн

Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер нисек тә айырылмаған, изге күңелле “Чуваш” Ни­колаевка ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең 9-сы кла­сын тамамлағас, Өфө художество-сәнәғәт колледжына уҡырға инә. Балта оҫтаһы һәм мебель етештереү оҫтаһы һө­нәрен уңышлы үҙләштергән егет Өфө ҡалаһының мебель етеш­тереү цехына эшкә урынлаша.
Егет 2024 йылда армия сафына саҡырыла. Һалдат Ырымбур өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Әрме сафтарында өс ай һалдат бутҡаһы ашағандан һуң еңеүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсатында “Чуваш” позывнойлы яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар итә. Шулай итеп һалдат 2025 йылдың февралендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана.
- Махсус хәрби операцияға барырға, илгә файҙа килтерер­гә тейешмен, тип уйланым. Әлбиттә, тәүҙә ҡурҡыу тойғоһо булды, әммә мин унда булырға тейешмен, - ти яугир.
Тәүҙә ул Удмурт Республикаһының Кизнер биҫтәһендә ике ай ярым хәрби әҙерлек курс­тары үтә. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә. Яҡташыбыҙ инженер-саперҙар батальоны составында алғы һыҙыҡта илебеҙ һағында тора. Артабан үҙ теләге менән тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә осоу күнекмәләрен үҙләштереп, “Чуваш” БПЛА операторы булып уңышлы хеҙмәт итә. Уның һүҙҙәренсә, дрондар бөтә ерҙә лә ҡулланыла, сөнки улар һөжүмдәрҙең кәрәкле урынға тейеү ихтималлығын арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә. БПЛА операторҙары разведка һәм күҙәтеү, дошман позициялары тураһында мәғлүмәттәр йыйыуҙан алып нөктәле һөжүмдәр яһау бурыстарына тиклем үтәй. Хәҙер “Чуваш” позывнойлы инструктор МХО биләмәһендә хеҙмәттәштәрен пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланырға өйрәтә.
Яугир хәрби хеҙмәттә күр­һәт­кән батырлыҡтары өсөн Дип­ломдар һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы менән билдәләнә.
Яҡта­шыбыҙ өйләнгән, ҡатыны ме­нән бәпәй көтәләр. Яугирҙең имен-һау йөрөүен, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һәм ғаиләһенә теүәллек, бәхетле тормош теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағы­лышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары бу­йын­са шылтыратырға йәиһә Ҡыр­мыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас