Даирә
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель , 22:03

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды

Башҡортостанда хәүефле инвазив үҫемлектәр исемлеге төҙөлдө.

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды
Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Башҡортостанда хәүефле инвазив үҫемлектәр исемлеге төҙөлдө. Бойороҡҡа экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Нияз Фазылов ҡул ҡуйҙы.

«Башинформ»ға документты өйрәнгәндән һуң билдәле булыуынса, исемлектә сәнскеле эхиноцистис, Канада элодеяһы, тилермән япраҡлы циклахена, Сосновский балтырғаны, яллы арпа һәм башҡалар бар.

Бойороҡта әйтелгәнсә, республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ошо үҫемлектәр асыҡланып, юҡ ителергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев инвазив үҫемлектәрҙең әүҙем таралыуы хаҡында һөйләгәйне. Ә ҡайһы бер төрҙәре, мәҫәлән, Сосновский балтырғаны, кеше өсөн дә хәүефле.

Шуға күрә Экология кодексына һәм Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында законға үҙгәрештәр индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-01/v-bashkirii-utverdili-perechen-opasnyh-rasteniy-podlezhaschih-unichtozheniyu-4635306

Автор: Ләйсән Закирова
 
Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас