Форумға алға табан ҙур аҙымдар яһарға әҙер булған, һәләтле, әүҙем йәштәр йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар проекттарҙың серҙәре, төҙөлөшө, уны әҙерләү менән бәйле проблемалар хаҡында әңгәмә ҡорҙо.
Форумда эксперт комиссияһы рәйесе, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, “Росмолодежь.Гранты”-ның федераль эксперты, социология фәндәре кандидаты Римма Шәйәхмәтова ҡатнашты.
Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы йыйылыусыларҙы йәштәр өсөн мөһим булған осрашыу менән тәбрикләне һәм ҡатнашыусыларға сараға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Йәш быуындың әүҙем булыуын, сәләмәт тормош алып барыуын, маҡсатҡа ирешеүсәнлеген үҫтереү буйынса эш алып барыла, сөнки беҙҙең киләсәгебеҙ улар ҡулында. Федераль һәм республика кимәлендәге гранттар бик күп, улар ниндәйҙер идеяларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәм финанс ярҙамы алырға мөмкинлек бирә. Тирә-яҡҡа әйләнеп ҡарап, яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе ниндәй проблемалар борсоуын күреп, нимә менән ярҙам итә алыуығыҙ тураһында фекерҙәрегеҙҙе ошондай форумдарҙа асып һалыуығыҙҙы һорайбыҙ, ә беҙ уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, - тине ул һәм миҫал итеп районда бер нисә проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләп үтте. Был еңеүҙең артында ҙур, берҙәм коллективтың эше тороуын билдәләне.
Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Анна Степа социаль проект ярҙамында “Хәтер баҡсаһы” проектын бойомға ашырыу буйынса һәм Константиновка ауылы мәктәбенең 11-се класы уҡыусыһы Кира Оловянникова социаль мәктәп яны участкаһын мәктәп уҡыусылары өсөн паркҡа һәм ял итеү зонаһына әйләндереү тураһында проект яҙыу тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Үҙеңдең идеяң булһа, уны социаль проектҡа еткерергә һәм грант алырға мөмкин булыуы, маҡсаттарға нисек өлгәшеү, үҫеш юлдары тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләнеләр.
Социология фәндәре кандидаты Римма Шәйәхмәтова район йәштәренә проекттарҙың серҙәре, төҙөлөшө, уны әҙерләү менән бәйле проблемалар хаҡында ентекле аңлатыу эштәре алып барҙы.
Артабан егет һәм ҡыҙҙар командаларға бүленеп, төрлө йүнәлештә ҡыҙыҡлы проекттар әҙерләне һәм эксперттар алдында үҙ проекттарын яҡлап сығыш яһанылар. Еңеүселәрҙең эше район башлығы грантына һәм Рәсәй йәштәренең грант конкурсында ҡатнашыу өсөн йүнәлтеләсәк.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.