Даирә
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Март , 10:13

Кеше аҡсаһына күҙе ҡыҙған

Ибраһим ауылында йәшәүсе Марат Ф. (исеме үҙгәртелгән) танышының банк иҫәбенән аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Инцидент бергәләп иҫерткес эсемлектәр эскәндән һуң була. Йәштәр кисәне кафела дауам итергә ҡарар итә һәм такси саҡыра. Марат Ф. дуҫынан буласаҡ сығымдарҙы түләр өсөн аҡсаһы бармы-юҡмы икәне тураһында ҡыҙыҡһына. Зыян күреүсе, иҫерек килеш, үҙенең телефонындағы банк ҡушымтаһын аса һәм 40 000 һум аҡсаһы булыуын күрһәтә. Марат Ф. иптәшенең хәлһеҙ сағын файҙаланып, аҡсаның бер өлөшөн урларға ниәтләй. Тәүҙә ул дуҫы аҡса юғалтыуын һиҙмәҫ тигән өмөт менән үҙенә 5 000 һум аҡса күсерә. Тейешле ергә барып еткәс, зыян күреүсе ҡушымта аша водителгә үҙ аллы аҡса түләй алмай һәм Мараттан ярҙам һорай. Яуыз уйлы “дуҫ” юл хаҡын түләй, әммә шунда уҡ, танышының ышанысын файҙаланып, үҙенең иҫәбенә тағы ла 4 500 һум аҡса күсерә. Һуңыраҡ, кафела булған саҡта, зыян күреүсе йәнә дуҫынан түләүҙә ярҙам итеүен һорай. Марат Ф., язаһыҙ ҡалыуын аңлап, алдан уйланылған схема буйынса эш итеүен дауам итә: ул аҡсаны үҙенә күсерә, быны иҫәп-хисап өсөн түләү итеп маскировкалай. Башта ул 3 000 һум, һуңынан тағы ла 4 500 һум аҡса күсерә... Дебет картаһында аҡса бөткәс тә ул туҡтай алмайынса ҡорбанының кредит картаһынан аҡса күсереүҙе дауам итә. Зыяндың дөйөм суммаһы 31 700 һум тәшкил итә. Марат Ф. урланған аҡсаны шәхси ихтыяждарына тотона. Бер аҙҙан уянып, банк ҡушымтаһына ингәс, зыян күреүсе ҙур сумманың юғалыуын күрә һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Марат Ф-ға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң “Банк иҫәбенән урлау” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Динар СӘЙФУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас