Икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ тулҡындары, үҙенсәлекле һауаһы, гармонияһы менән күптәрҙе үҙенә тарта. Өс йыл буйы диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ араһында һыу аҫты киңлектәрендә хеҙмәт итеүселәр ҙә бар.
Ҡырмыҫҡалы ауылының әүҙем волонтеры Таһир Әхтәмов Тымыҡ океан флотында һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Ә һыу аҫты кәмәһе көслө рухлы, сыҙам, сәләмәт кешеләргә эләгеүен беләбеҙ. Әңгәмәләшеү барышында Таһир Искәндәр улы бала сағы, нисек диңгеҙсе булып китеүе, хеҙмәт барышы, артабанғы тормошо хаҡында һөйләне.
- Ҡарлыман йылғаһы буйында футбол, башҡа төрлө уйындар уйнап, велосипедта йөрөп, ҡыштарын сана, саңғы шыуып, йәйҙәрен быуа быуып, балыҡ тотоп, һыу инеп бала сағымды үткәрҙем. Һыу буйы минең яратҡан урын ине. Әле лә, ете тиҫтәне ваҡлаһам да, хеҙмәт иткән осоромдо һағынып иҫкә алам. Кем уйлаған ҙур һыу минең стихиям булырын, - тип үткәндәрҙе иҫкә алды ул.
Таһир Әхтәмов мәктәпте тамамлау менән юл төҙөү идаралығына ремонтсы булып эшкә урынлаша. Бер йылдан, 18 йәше тулыу менән хеҙмәткә саҡырыла һәм диңгеҙ флотына алына. Яҙмыш уны алыҫ Владивосток яғына алып китә. Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итеү осоро уның күңелендә сағыу хәтирәләр ҡалдыра.
- Бында хеҙмәт итеүселәр сәләмәт, сыҙамлы, психологик яҡтан тотороҡло була. Сөнки һыу аҫты диңгеҙсеһе ябыҡ майҙанда саф һауаһыҙ, тәрәнлектә йәшәй алырға тейеш. Шуға күрә ентекле медкомиссия, күп тикшереүҙәр үтәһең. Комиссияның бөтә этаптарын уңышлы үтеп, хеҙмәткә алдылар. Учебкала радиометрист һөнәрен үҙләштерҙем. Ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа тип үҙебеҙгә тәғәйенләнгән инструкция буйынса эшләнек. Шулай уҡ авария осраҡтарында, янғын сыҡҡанда, судноға һыу үтеп кергәндә нимә эшләргә кәрәклеген һәм башҡа мөһим күнекмәләрҙе алдыҡ.
Артабан һыу аҫты атом кәмәләре дивизияһына ебәрҙеләр. «К-66» һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иттем. Был ҙур крейсер, биш тәүге һыу аҫты атом кәмәләренең береһе ине. Оҙаҡ ваҡыт ҡояшты күрмәйенсә, ергә аяҡ баҫмайынса, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йәшәү өсөн көрәшергә тура килә. Даими хәрби тревогаларҙа ҡатнаштыҡ, үҙебеҙгә тәғәйенләнгән техник йыһаздарҙы ҡарау-көйләү менән шөғөлләндек. Һәр кем үҙенә билдәләнгән вазифа өсөн яуаплы ине. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, карап бүлектәре герметиклаштырыла, ә отсекта бүленеп ҡалғандар унан сыға алмай, үҙ аллы аварияны бөтөрөү өсөн эшләй. Аллаға шөкөр, ысынында авария түгел, ваҡ-төйәктәрен иҫәпкә алмағанда, тик күнекмәләр генә булды. Шуны әйтергә кәрәк, һыу аҫты диңгеҙселәренең сикләнгән шарттарҙа бер-береһе менән аңлашып, килешеп йәшәүе мөһим. Сөнки именлек экипаждың һәр ағзаһының үҙен дөрөҫ тотоуына, теүәллегенә бәйле.
Яҡшы хеҙмәт иткәнем өсөн ике тапҡыр отпускыға ҡайтып киттем, - тип үткән сағыу ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө элекке диңгеҙсе.
Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү һеҙгә нимә бирҙе, тигән һорауымды бирәм әңгәмәләшеүсемә.
- Минең өсөн ысын тормош мәктәбе булды. Флот яуаплылыҡҡа, тәртипкә, яҡын кешеләрҙе ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә өйрәтте. Һыу аҫты диңгеҙселәре ғүмерлеккә дуҫлыҡты һаҡлай, бер-береһен ауыр саҡтарҙа ташламай. Шулай дуҫлыҡтың, тоғролоҡтоң нимә икәнен аңланым. Хеҙмәттәге күнекмәләр тормошта үҙ урынымды табырға ла булышлыҡ итте, тиһәм дә була, - тине ул ғорурлыҡ менән.
Таһир Искәндәр улы хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында “Башсантехмонтаж” тресында слесарь-сантехник була, ошо ваҡытта ситтән тороп финанс техникумында белем ала. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, райондың финанс бүлегендә тәүҙә инспектор, аҙаҡ ревизор була. Шунан Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара. Артабан тағы ла район финанс бүлегендә, шунан ун ете йыл һалым инспекцияһында инспекция начальнигы урынбаҫары, баш белгес эштәрен атҡара. Бында эшләгәндә ситтән тороп ауыл хужалығы институтында иҡтисадсыға уҡый. Артабан райондың ауыл хужалығы идаралығында продукцияларҙы әҙерләү буйынса баш инспектор, район хакимиәтендә иҡтисад һәм программалаштырыу бүлегендә баш иҡтисадсы була. Ғөмүмән, уның дөйөм эш стажы 53 йыл булһа, 42-һе - дәүләт хеҙмәте.
Әлеге көндә Таһир Искәндәр улы - “Ҡырмыҫҡалылар - үҙебеҙҙекеләргә” штабының алыштырғыһыҙ ағзаһы. Ҡатыны Резеда Шамил ҡыҙы етәкләгән штабта ул ҙур ярҙамсы. Гуманитар ярҙамға ебәрелгән әйберҙәрҙе ауылдарҙан, ойошмаларҙан, магазиндарҙан барып алып, йөк машиналарына илтеп ҡуйыу менән шөғөлләнә.
Әхтәмовтар матур тормош ҡорған, күркәм йорт төҙөгән. Оҫта ҡуллы ир 15-ләп һөнәр белә икән: балта оҫтаһы, ташсы, сантехник һәм башҡалар. Ғаилә ике бала үҫтерә. Улар үҙ юлдарын табып, тормош иптәштәре, балалары менән донъя көтәләр. Зарина табип, Марат инженер һөнәрҙәре ала.
...Күпме йылдар уҙған, күпме һыуҙар аҡҡан, ә хеҙмәт иткән йылдары Таһир Әхтәмовтың йәшлектәге иң иҫтәлекле, иң сағыу осоро булып күңелендә һаҡлана. Патриотик рухлы ир диңгеҙсе яҡташтары менән хәл белешеп, аралашып тора, хәтер сараларында ҡатнаша.
Һеҙгә киләсәктә лә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм имен тормош теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.