Әммә бындай ғәмәлдәрҙең енәйәт язаһы булыуын һәм бының өсөн 6 йылға тиклем енәйәт яуаплылығы янауын барыһы ла белмәй. - Ерҙән башҡаларҙың банк картаһын күтәреү һәм уның менән түләү ғәмәлдәге хоҡуҡи алымдарға ярашлы, урлашыуҙы аңлата. Бындай осраҡтарҙа кешенең картаһынан урланған теләһә ниндәй сумма өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыла. Хатта, сит кешенең иҫәбенән законһыҙ алынған йөҙ һум да Енәйәт кодексы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн етерлек буласаҡ, - тип аңлатты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин. Башҡаларҙың банк картаһын тапҡандар өсөн эш итеү алгоритмы: - банкка шылтыратығыҙ. Картаның кире яғында ҡыҙыу линия номеры күрһәтелгән. Операторға шылтыратып, табыш тураһында хәбәр итегеҙ. Хеҙмәткәр мәғлүмәтте ҡабул итә һәм хәүефһеҙлек маҡсатында картаны яба һәм шулай уҡ артабан ни эшләргә икәне тураһында тәҡдимдәр бирә; - банк бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр картаны сығарған банктың офисы янында булһағыҙ, иң ышаныслы ҡарар - уны хеҙмәткәргә шәхсән тапшырыу; - һаҡсыларға тапшырығыҙ. Әгәр банк бүлексәһе алыҫ булһа, картаны ул табылған учреждениены (сауҙа үҙәге, магазин) һаҡлаусыға ҡалдырырға мөмкин; - полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ һеҙ, табыш тураһында ғариза яҙып, табылған картаны һәр ваҡыт яҡындағы полиция бүлегенә тапшыра алаһығыҙ.
Динар СӘЙФУЛЛИН.