Даирә
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Март , 09:00

Ябай ауыл ир-егеттәре ҙур эш башҡара

Ҡамышлы ауылынан “Воробей” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында хеҙмәт итеү, көнкүреш шарттары, махсус хәрби бәрелештәр хаҡында бер аҙ һөйләп үтте.

Ябай ауыл ир-егеттәре ҙур эш башҡара
Ябай ауыл ир-егеттәре ҙур эш башҡара

Эш буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бик күп яҡташ яугирҙәр менән осрашырға һәм танышырға тура килә. Районыбыҙ яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында илебеҙҙең бөтә төбәктәренән килгән яуҙаштары менән иңгә-иң ҡуйып илебеҙ именлеген ҡаһармандарса яҡлай, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй.
Бына шуларҙың береһе - Ҡамышлы ауылынан “Воробей” позывнойлы яугир.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ул хеҙмәт итеү, көнкүреш шарттары, махсус хәрби бәрелештәр хаҡында бер аҙ һөйләп үтте.
“Воробей” позывнойлы яу­гир Салауат ҡалаһында тыуып үҫә. Уға ике йәш тигәндә ғаиләһе Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылына күсеп ҡайта. Ғаиләлә барлығы алты бала үҫәләр. Урындағы мәктәптә белем ала. Һәр малай кеүек, ул да бәләкәй саҡтан техника ярата. Мәктәп бинаһында трактор йөрөтөү курсында тырышып уҡый һәм техниканы йөрөтөргә хоҡуҡ ала.
Мәктәпте тамамлағас Өфө ҡа­лаһына эшкә юллана. Оҙаҡ йылдар Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бер заводта хеҙмәт итә. Һуңынан төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә уға.
Яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2023 йылдың 12 майында махсус хәрби операцияға китә.
- Минең бер туған апайымдың ире махсус хәрби операцияла вафат булды. Ике игеҙәк балалары атайһыҙ ҡалды. Тыуған илемде һаҡлау һәм апайыма балаларын аяҡҡа баҫтырыр­ға ярҙам итер өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм,- ти ҡыйыу яугир.
Хәрби хеҙмәткә алынғас Һамар өлкәһендә өс ай хәрби әҙерлек күнекмәләре үтә. Краснолиман йүнәлешендә Луганск, һуңынан Донецк яғына ебәрелә. 31-се башҡорт полкында ике йыл гранатометсы булып хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә яугир радиотелефонсы вазифаһын башҡара.
- Яу яланында окоптарҙа, блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Лежанкаларҙы бейегерәк итеп эшләйбеҙ, сөнки ер еүеш, бысраҡ. Ҡышын беҙҙәге кеүек һыуыҡтар юҡ, йылы, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Йәй көнө көндәр йылы була. Ҡырҡ градуслыҡ эҫелек йонсота, етмәһә орудие еҫенән тын алыуы ауыр.
Егеттәр менән өс йыл эсендә туғанға әйләнеп бөттөк, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Алғы һыҙыҡ – ул билдәһеҙлек. Дошман уты аҫтында торабыҙ. Улар беҙҙән 300 метр алыҫлыҡта ғына. Нығытылған позицияларын бирергә теләмәгән дошмандар аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Беҙ ҙә оборонаны ныҡ тотабыҙ, Беҙҙең участкала дошман тарафынан диверсиялар ҙа булып тора. Төп проблема – дрондар. Улар көнө-төнө тынғылыҡ бирмәй. Шуның арҡаһында һәр ваҡыт урынды алмаштырырға тура килә. Һалдаттар алмашлап тәүлегенә дүрт сәғәт кенә көндөҙ йоҡлап алабыҙ. Хеҙмәт итә башлағас, беҙгә ярҙамы булыр, тип эт тота инек, сөнки улар беҙҙең сиккә килгән диверсанттарҙы һиҙеп, өрә башлайҙар. Эт тауышына беҙ ҙә уяна инек. Ә хәҙер, киреһенсә, эт тотоуы ҡурҡынысҡа әйләнде. Дрондар эттең ҡайҙан сыҡҡанын күреп, беҙҙең торған урынды тиҙ асыҡлайҙар. Беҙҙең эргәлә генә 50 саҡрым алыҫлыҡта 428-се полк та урынлашҡан,- ти яугир.
“Воробей” махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған.
- Өс йыл эсендә дүртенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Башҡортостанға минең менән 38 кеше ялға ҡайтты. Беҙҙең полкта тағы ла минең менән өс райондашым хеҙмәт итә. Егеттәрҙең береһе Күлләр ауылынан, икенсеһе Сихонкин һәм Ефремкин ауылдарынан. Бик күп яҡташтар яу яланында башын һалды, ә ҡайһы берәүҙәр комиссовать ителделәр. Мин үҙем туғандарым янында ялда булдым. Тиҙҙән тағы ла яу яланына юлланам. Мин хәҙер өйрәнеп бөттөм инде, бер нимәнән дә ҡурҡмайым, үҙ эшемде белеп башҡарам. Һуғыш тамамланһа, мин артабан контракт төҙөп Рәсәй армияһында хеҙмәт итергә ҡалырға ниәтләйем,- ти ул.
Яугирҙең ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһы тамамланып, ул ҡайтанан хәрби иптәштәре янына юл тотто. Имен-һау әйләнеп ҡайт, яҡташ!
Контракт хеҙмәтенә ҡағы­лыш­лы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡыр­мыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас