Даирә
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Март , 10:35

Күҙҙәрегеҙҙәге яҡты осҡон һүнмәһен

Ҡустығол ауылында йәшәүсе Фәриҙә Хәсәнова күптән түгел үҙенең 90 йәшлек матур ғүмер байрамын ҡаршыланы

Күҙҙәрегеҙҙәге яҡты осҡон һүнмәһен
Күҙҙәрегеҙҙәге яҡты осҡон һүнмәһен

Ҡустығол ауылында йәшәүсе Фәриҙә Хәсәнова күптән түгел үҙенең 90 йәшлек матур ғүмер байрамын ҡаршыланы
Фәриҙә Фәтҡулла ҡыҙының яҙмышы ауыр йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш. Ул - ябай ауыл ҡатыны, үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә кисергән. Бала, үҫмер сағы, йәшлеге ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтә.

Фәриҙә инәй 1936 йылда Мырҙа ауылында Миңһылыу Шәйхетдин ҡыҙы менән Фәтҡулла Яныбай улы Бикташевтарҙың биш балалы ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға биш йәш кенә була. Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, наҙланып, тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнап үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.

- Һуғыш башланғансы атайым колхозда комбайнсы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны бронь менән һуғыштан ҡалдыралар. Атайымдар заты бик хәлле кешеләр була. Бикташевтар ғаиләһендә ете бер туған ир-егет уңған, берҙәм, татыу, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Ауылға мәсет төҙөгәндә ағалы-ҡустылы Бикташевтар өмәселәрҙе көн дә һарыҡ һуйып һыйлағандар. Төрлө яҡлап ауылға ярҙам итергә тырышҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс ҡына йәшәп ятҡанда алдап ошаҡлаусылар, нахаҡ һүҙ йөрөтөүселәр арҡаһында атайым репрессияға эләгә, - ти Фәриҙә инәй хәтирәләргә бирелеп.

- Ҡартатайҙы алып киткәс, суд булған. Шул ваҡытта немец фашистарының илебеҙгә һөжүм иткән ваҡыты. Ҡартатайыбыҙҙы һуғышҡа алып киткәндәр. Фронттан килгән хаттарын уҡып, туғандары бик шатланалар. Әммә ләкин әсәйебеҙҙең атаһына еңеү яулап, тыуған яғына ҡайтырға насип булмай. Яу яланында батырҙарса һәләк була, - тип һүҙгә ҡушыла Фәриҙә инәйҙең өлкән ҡыҙы Фәрзәнә.

Әсәһе Миңһылыу Шәйхетдин ҡыҙы биш бала менән тороп ҡала. Яман телле кешеләр уларҙы ҡыйырһытҡандар ҙа, төрлө һүҙҙәр ҙә һөйләп йөрөгәндәр. Һуңынан әсәһе балаларын эйәртеп, үҙенең тыуған ауылы Үтәгәнгә күсеп ҡайта. Ауылға ҡайтҡас, биш бала менән кешелә өйҙәш йәшәйҙәр.

Мәҡәләм геройы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтерзиһене яҡшы, ғәжәйеп асыҡ аҡыл һәм йәшәүгә ынтылыш һаҡлап ҡалған. Еңел булмаған хеҙмәт биографияһын яҡшы хәтерләй. Үҫеп буй еткергән Фәриҙә инәйҙе тормош иркәләмәй. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәре менән хужалыҡҡа эшкә егелә.

- Әсәйем балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн тырышып колхоз эшендә тир түгә. Ул данлыҡлы сөгөлдөрсө Банат Батырованың звеноһында сөгөлдөрҙә эшләне. Әсәйем сирләп киткәс, мин 7-се класты тамамлап уның урынына сөгөлдөр эшләргә сыҡтым. Банат апай минең тырышып эшләгәнемде күреп, һин үҙең дә айырым эшләй алаһың тине. Шулай итеп, Банат Батырованың звеноһында дүрт йыл эшләнем. Һуңынан төрлө эштәрҙә эшләргә тура килде. Ҡыш көнө оҙон саҡрымдар үтеп тимер юлын ҡарҙан таҙартырға йөрөнөк. Әле утауҙа, әле иген елгәрергә алып китәләр ине. Уңыш йыйыу ваҡытында һигеҙ ҡыҙ машинаға тейәлеп Ҡарлыманға тоҡ менән иген бушатырға йөрөй инек. Фермала быҙауҙар ҙа ҡараным,- ти Фәриҙә инәй.

Ауыл ерендә шулай инде, колхоз ҡайҙа ҡуша шунда эшләгәндәр, бер эштән дә ҡурҡып тормағандар. Фәриҙә инәй яҙмышын Ҡустығол ауылы менән бәйләй. Бер мәл бер туғанына күлдәк тектерергә барғанында Ҡустығол ауылының шәп егетен осрата. Егет сөм ҡара күҙле, оҙон ҡуйы толомло, һомғол буйлы бик сибәр ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була. Өйөнә ҡайтып әсәһенә: “Әсәй, күрше Роза апайҙарға бер матур ҡыҙ килгән, ике толомо тубығына тиклем төшөп тора. Шул ҡыҙҙы кәләш итеп алам әле”, тип әйткән ти. Шунан егет ата-әсәһе менән яусылап, ҡыҙҙы һоратырға баралар. Ләкин туғандары ҡыҙҙы кейәүгә бирергә ҡаршы булғандар. Шунан төҫкә матур, олпат кәүҙәле, йырға бик маһир булған буласаҡ кейәү аптырап ҡалмаған: Батыр ҙа күп, матур ҙа күп,

Әммә һиңә тиң түгел.

Көнгә баҡҡан көнбағыштай,

Һиңә тартыла күңел”, - тип йыр һуҙып барыһының да күңеленә юл тапҡан. Шулай итеп йәштәр яҡындарының рөхсәтен һәм фатихаһын алып, матур һәм күңелле никах туйы яһайҙар. Фәриҙә инәй күп балалы ғаиләлә үҫкән Әнүәр Мансур улы менән ҡауышып, донъя көтә башлайҙар. Мөхәббәт емеше булып Фәрзәнә исемле ҡыҙҙары тыуа. Сабыйға бер йәш тигәндә Әнүәр ағайҙы армияға алалар. Ул хеҙмәт иткән осорҙа ҡатыны менән ҡыҙы бәләкәй генә йорт һатып алып, ҡайны-ҡәйнә йортонан башҡа сығалар. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та Әнүәр ағайҙы колхозға бригадир итеп эшкә алалар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул эшенең айышына төшөнөп ала һәм тырышып эшләй. Маҡтаулы хеҙмәткәрҙе Коммунистар партияһына ла ҡабул итәләр.

- Ирем яҡшы кеше, хәстәрлекле атай ине. Эшләгән ерендә маҡтаулы хеҙмәткәр булды, - ти Фәриҙә Фәтҡулла ҡыҙы.

Хәсәновтар ғаиләһендә тағы Гөлназ исемле ҡыҙ һәм Ришат исемле ул донъяға килә. Балалары үҙҙәренә оҡшап тырыш, аҡыллы, эшһөйәр, хәстәрлекле булып үҫәләр. Балалар ишәйгәс, ғаилә алты мөйөшлө ҙур йорт күтәрә. Тик йәштәргә оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерергә тура килмәй. Йәше утыҙға ла етмәгән Әнүәр ағай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс балаһын етем ҡалдырып, фажиғәле һәләк була. Фәриҙә инәй бала ҡайғыһы ла кисерә. Улы Ришатты йәшләй генә үҙ ҡулдары менән ер ҡуйынына тапшырырға тура килә уға.

Нисек кенә ауыр булмаһын, төшөнкөлөккә бирелмәй, күңеле ҡатмай, артабан яҡты киләсәккә ынтылып йәшәй. Фәриҙә инәй ҡыҙҙарына матур тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығара. Бөгөнгө көндә балалары үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтәләр. Өлкән ҡыҙы Фәрзәнә ғаиләһе менән Яңы Ҡыйышҡы ауылында йәшәй. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған мәғариф уҙаманы бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Тормош иптәше Риф Хажиәхмәт улы менән ике бала үҫтереп оло тормош юлына сығаралар. Ҡыҙы Гөлназ Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһын тамамлап, ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Унда бер аҙ йәшәгәс, тыуған яҡ үҙенә тарта һәм улар үҙебеҙҙең районға күсеп ҡайталар. Гөлназ Әнүәр ҡыҙы район мәҙәниәт һарайында методист булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Тыуған ауылында төпләнеп, күркәм йорт һалып ингән. Әйткәндәй, Фәриҙә инәй бөгөнгө көндә ҡыҙы Гөлназ ҡарамағында берҙәм, татыу булып, көңгөр-ҡаңғыр донъя кисерәләр. Гөлназ апай әсәһен матур итеп тәрбиәләй, һүҙен йыҡмай йомшаҡ, наҙлы итеп кенә өндәшә, әле лә әсәһенең аҡыллы кәңәштәрен тота. Фәриҙә инәй Хоҙай бәхетеңде бирһен, рәхмәтенән ташламаһын инде бер үк, тип изге теләктәрен теләп ултыра.

Яратҡан өләсәйҙең 6 ейән-ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәре бар. Улары уҡыуҙағы һәм хеҙмәттәге уңыштары менән һөйөндөрөп торалар.

Мәҡәләм геройы матур ҡартлыҡ кисерә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аяғында, үҙ аҡылында, зиһене лә яҡшы. Яҙмыштың әсе һынауҙарына һынмаған, һығылмаған, бирешмәгән оло йәштәге инәйгә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Ул әле лә әүҙем тормош алып бара. Йорт тирәһендә ҡыҙына ярҙам итергә тырыша. Йәй көндәрендә баҡсала ҡыҙарып бешкән ҡурай еләген, баҡса еләген, мөлдөрәп бешкән ҡарағатты йыйып индерә. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ғаилә менән өҫтәл артында шул емеш-еләктәрҙән бәлеш бешереп, ҡайнатмалар менән тәмле сәй эсеүҙәре үҙе ни тора, ти ул. Эшкә уңған, тынғыһыҙ инәй тик тормай, ҡош-ҡорт үҫтереү миҙгеле етеү менән аҙбарҙағы ҡош-ҡортто ла ҡарай, себеш баҫтырыуҙы ла һөйөнөп башҡара. Бынан тыш, ҡапҡа алдындағы ярылған утынды өйөшә, көҙ көнө бройлерҙарҙы таҙартыу ҙа унан башҡа үтмәй.

- Әсәйем аш-һыу бешерергә лә, бәйләргә, сигеү сигергә лә бик оҫта булды. Матур-матур итеп бәйләнгән әйберҙәре, сигелгән түшәктәре, диван, карауат ябыуҙары күҙҙең яуын алып торалар. Ә бешергән аштары һәр саҡ телде йоторлоҡ тәмле була ине. Әсәйебеҙ гәзит-журналдар ҙа уҡый. Балалары өсөн теләктәр теләп, доғаларын уҡып, фатихаларын биреп ултыра. Ҡыҫҡаһы өлгөрбикә, уңған әсәйебеҙ беҙгә һәр яҡтан да өлгө,- ти бер тауыштан ҡыҙҙары ҡәҙерле әсәләре тураһында.

Юҡ-барға мыжымай, зарланмай, барына риза булып, шөкөр итеп йәшәгәнгә лә шулай оҙон ғүмер менән бүләкләгәндер уны Хоҙай. Хөрмәтле Фәриҙә Фәтҡулла ҡыҙы, күҙҙәрегеҙҙәге яҡты осҡон һүнмәһен. Һеҙгә һаулыҡ һәм көс-дәрт теләйбеҙ, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүенә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналып йәшәгеҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас