Галина Васильевнаның бала сағы Ефремкин ауылында үтә. Бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Яңы Бәпес ауылында йәшәй. Алайғыр табип амбулаторияһында фельдшер булып эшләй. Кешеләргә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл, эштә лә, өйҙә лә тырыш, тиҙәр уның хаҡында. Тормош иптәше Филарит менән етеш, матур донъя көтәләр. Йорт хужаһы Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Байдәүләтовтар өс балаға ғүмер, матур тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙҙары Алина ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Улдары Фидан Ҡырмыҫҡалы ауылында төпләнгән, полицияла хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Юлиә республика инженер лицей-интернатының 8-се класында белем ала.
Тырыш кешеләрҙең донъяһы ла балҡып тора. Уларҙың баҡсаһында ниндәй генә емеш ағастары юҡ. Ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовник, бөрлөгән ҡыуаҡтары, алма, сейә ағастары тырыш хужабикәне йыл һайын мул уңышы менән һөйөндөрә. Теплицала помидор, ҡыярҙар үҫтерә. Уңған ҡатындың баҡсаһында шулай уҡ кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, бәрәңгеһе мул уңыш бирә. Ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар, ҡайнатмалар, һуттар әҙерләй. Баҡсалағы емеш-еләктән ҡышҡылыҡҡа һыуытҡысҡа туңдырып та һала,
- Минең атайым алтын ҡуллы кеше ине. Иртә яҙҙан баҡса мәшәҡәттәре менән булышты. Көҙ мул уңыш алырға өлгәшә ине. Ҡыяр, помидор, кәбеҫтәне һәр ваҡыт үҙе банкаларға тоҙланы. Уның тоҙло ҡыярҙары ауыҙҙа кетерләп кенә тора ине. Баҡса эшен яратыуым атайымдан күскәндер, моғайын. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа уның рецебы менән тоҙлап ҡуям. Бик тәмле килеп сыға. Февраль айынан татлы борос, теплица өсөн бер нисә сорт помидор орлоғон сәстем. 8 марттан һуң тағы ла помидор рассадаһын ултыртам. Кәбеҫтә рассадаһын апрель айында теплицаға ултыртам, - ти Галина Васильевна.
Хужабикә ғинуар айынан алып петуниялар үҫтерә башлай. Бер йыллыҡ сәскәләрҙән тыш, күп йыллыҡ сәскәләре лә тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.
- Сәскә үҫтерергә бик яратам. Йорттоң тирә-яғы, өйҙөң һәр бер мөйөшөндә, тәҙрә төбөндә гөлдәр, йәй буйы ҡапҡа алды шау сәскәгә күмелеп ултыра. Ихатамды сәскәләрһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Баҡса тултырып сәскәләр үҫтереп, матур донъя көтөргә тырышабыҙ. Күберәк күп йыллыҡ сәскәләрҙе үҫтерәм, шул уҡ ваҡытта бер йыллыҡтарын да ултыртам.
Һәр бер сәскәгә тейешенсә тәрбиә кәрәк, сөнки сәскәләр наҙ, һөйөү ярата. Ваҡытында һыу һибеп, ашламалар һәм микроэлементтар менән өҫтәмә туҡландырырға ла кәрәк, - ти ул.
- Ефремкин ауылындағы сәскә үҫтереүсе күршем Екатерина Дмитриева әйҙә, сәскәләр үҫтереп ҡара әле, сәскәләр – илһамландыра, донъяға башҡаса ҡарарға, күңелһеҙ булғанда кәйефте күтәрергә ярҙам итә, тип өгөтләне. Шунан башланды инде минең сәскәләр үҫтереү шөғөлөм. Сәскәләр менән булышыу оҡшай. Тир түгеп башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен, күҙ яуын алып ултырған гөлләмәләрҙе күрһәм, икеләтә шатлыҡ кисерәм. Һәр сәскә тажының асылыуын ҡарап ултырам. Сәскәләр гөлләмәһе бүләк иткәндә кешеләр ҡыуанһа, миңә шул мәл оҡшай, мин дә улар менән шатланам, - ти нескә күңелле Галина.
Баҡса ҡарауҙа Галина Васильевнаның ғаиләһе оло ярҙамсыһы. Улар барлыҡ эштәрҙе бергәләп башҡаралар.
Сәскәләр баҡса йәме генә түгел, ә тормош биҙәге лә. Бындай матурлыҡты үҫтереүсе мәҡәлә геройҙарым тормошта ла матур ғаилә ҡороп, гөрләтеп донъя көтә, күптәргә өлгө булып тора.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.