Даирә
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Март , 10:54

Кешене эше данлай

Үтәгән ауылында йәшәүсе Салауат Нафиҡов үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға өлгө булырлыҡ ир-уҙаманы.

Кешене эше данлай
Кешене эше данлай

Салауат Миңлеғәле улы Үтәгән ауылында тыуған. Нафиҡовтарҙың ғаиләһендә ете бала матур тәрбиә алып, эшкә өйрәнеп үҫә. Тәүҙә Үтәгән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем алалар, һуңынан Яңы Ҡыйышҡы ауылына йөрөп уҡыйҙар. Салауат ағай мәктәптә уҡығанда еңел атлетика, саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәргә өлгәшә.

Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған кеше – йыйнаҡ, тыйнаҡ, ҡыйыу була. Ундайҙар бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тормошта ла ныҡышмал була. Бынан тыш, Салауат ағай сәнғәткә ғашиҡ кеше. Моңло тауышлы ағай йөрәктәргә үтеп инерлек итеп йырлай, спектаклдәрҙә ролдәрҙе оҫта итеп уйнай. Йыр-моңға һөйөү бала саҡтан ата-әсәһенән килгән һәләттер ул. Атай-әсәйем матур йырлай торғайны, ти ул.

Салауат ағай мәктәпте тамамлағас, фермаға эшкә килә. Унда ул көтөүсе булып малдар ҡарай. 1974 йылда йәше еткән егетте әрме сафына саҡыралар. Һалдат Алыҫ Көнсығышта Владивосток ҡалаһында радиотехника ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған “Урал” колхозына эшкә урынлаша.

- Колхоздың партком секретары Фидаил Кәримов саҡыртып алып, Әлшәй районындағы Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инергә өгөтләй. 1977- 79 йылдарҙа техникумдың агрономия факультетында белем алдым. Ҡулыма диплом алғас, үҙебеҙҙең колхозға ҡайтып агроном булып эш башланым, - ти Салауат Миңлеғәле улы. Һуңынан колхоз рәйсе Үтәгән ауылы бригадаһын етәкләргә тәҡдим итә. Яуаплы хеҙмәткәр етәкселәрҙең тәҡдимен аҡларға тырыша һәм йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы башҡара. Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы рәйесе вазифаһында эшләгән осорҙа ла бик күп эштәр эшләп өлгөрә. Халыҡ һорауы буйынса Яңы Ҡыйышҡы ауылында пассажирҙарға уңайлыҡ тыуҙырыу өсөн Куйбышев тимер юлының етәкселеге менән һөйләшеп, Ишембай-Ҡарлыман поезының туҡталышын булдыра. Ун йылдан ашыу “Урал” колхозын етәкләү дәүерендә колхоздың алға китеүенә күп көс һала. Ике йыл эсендә Һарт-Шишмә, Яңы Ҡыйышҡы, Үтәгән ауылдарына тәбиғи газ үткәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Колхоз район һабантуйҙарында ҡатнашып, төрлө номинациялар буйынса призлы урындар ҙа алалар. Ауыл Советы биләмәһе етәксеһе булып эшләгән ваҡытта “Урал” колхозы менән берлектә йәмле Ағиҙел буйында ауыл биләмәһе халҡының хеҙмәтен данлап гөрләтеп Һабантуй үткәрәләр.

Ул ваҡыттағы гөрләп эшләп торған Ҡарлыман шәкәр заводы менән берлектә ауыл хужалығын күтәреүгә тос өлөш индерә. Әйткәндәй, Салауат Миңлеғәле улы бер аҙ Ҡарлыман элеваторының директор вазифаһын да башҡара. Эйе, яуаплы, тырыш, эшһөйәр хеҙмәткәргә төрлө ергә күсеп йөрөргә, яуаплы эштәр башҡарырға тура килә. Өйрәнгән коллективтан айырылып китеүе ҡыйын булһа ла, тырыш хеҙмәте менән төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.

2011 йылда Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Рәүис Әбүзәр улы Хажиев уны үҙ коллективына эшкә ала. Салауат Нафиҡов оҙаҡ йылдар был йәмғиәттә әҙерләүҙәр контораһында рәйес һәм профсоюз комитеты рәйесе булып эшләй. Бында ла тынғыһыҙ хеҙмәткәр коллектив менән район һәм республика кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика кимәлендә ойошторолған конкурста коллектив уның етәкселегендә ҡаһарман яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль өҫтөндә эшләйҙәр. Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылына ҡайтҡан саҡтағы бер күренеште сәхнәләштерәләр. Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ генерал образын сығарыу еңел эш түгел, әлбиттә. Шулай ҙа Миңлеғәле Шайморатов ролен Салауат Нафиҡов оҫта итеп башҡарып, тамашасылар күңелен әсир итә. Ошо ижади номер менән республика буйынса район ҡулланыусылар йәмғиәттәре араһында еңеү яулайҙар. Талбазы мәҙәниәт йортонда үткән зона ярышында Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы Гран-при яулай. Был еңеүҙәр Салауат ағайҙың һәм ижади төркөмдөң хеҙмәт емеше.

Эйе, Салауат Миңлеғәле улы нимәгә генә тотонмаһын барыһы ла ҡулынан килә. Ул бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында туҡтап ҡалмай. Кеше ғүмере йылдар иҫәбе менән түгел, ә ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдыра барған иҫтәлекле, изге эштәре менән иҫәпләнә шул.

Салауат ағай тормош иптәше Зәкирә Мәхмүт ҡыҙы Иҫәнбаева менән утыҙ йылдан ашыу бергә матур ғүмер кисерәләр. Айнур һәм Илнур исемле улдар тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Зәкирә Мәхмүт ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Үтәгән мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны инсульт үткәреп,

фани донъяларҙы ҡалдырып, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә.

Бөгөнгө көндә Салауат Миңлеғәле улы Зифа Мазһар ҡыҙы менән тормошон дауам итә. Улар бер-береһенә ышаныслы дуҫ, терәк-таяныс, бар эштәрен, башланғыстарын яҡлап, тоғро тормош юлдашы булып торалар. Матурлыҡҡа ынтылған Зифа Мазһар ҡыҙы өй, баҡса тултырып сәскәләр үҫтерергә ярата, донъяны сынъяһау итеп тота. Хужабикә аш-һыуға ла оҫта. Яҡындарын тәмлетатлы ризыҡтары менән һыйлай.

Татыу, күркәм Нафиҡовтар ғаиләһенә киләсәктә именлек, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас