Даирә
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Март , 15:14

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

***

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән
Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Яңы өлгөргән ҡыярҙың хаҡы 19 процентҡа тиерлек төшкән, хәҙер уның бер килограмы уртаса 251 һум тора. Был турала Башстат хәбәр итте.

Шулай уҡ көнбағыш майы, аҡ май, ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса, сусҡа ите, туңдырылған балыҡ, кишер, кефир, ҡара сәй, яңы кәбеҫтә, ҡаймаҡ, сосиска, сарделька, алма, сырҙар, макарондар, маргарин, ҡарабойҙай ярмаһы, балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консервалары арзанайған. 2 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ошо аҙыҡ-түлектең хаҡы 0,01 - 1,08 процентҡа төшкән.

Шул уҡ ваҡытта помидор, йомортҡа, картуф, банан, сөгөлдөр, шәкәр, дөгө, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатнашмалары, он, тары, вермишель, тоҙ, ультрапастеризацияланған һөт, һыйыр ите, башлы һуған, икмәк һәм тауыҡтар 0,06 - 6,25 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Бер аҙна эсендә республикала пастеризацияланған һөт (бер литры 93 һум), шулай уҡ һарыҡ ите, бешкән колбасаның ғына хаҡы үҙгәрмәгән (килограмы уртаса 834 һәм 561 һум).

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-03-06/v-bashkirii-rezko-podesheveli-ogurtsy-4605198

Автор: Галина Бахшиева
 
Автор:
Читайте нас