Ляхов ауылында, февраль һыуығына ҡарамаҫтан, иртәнән үк зәңгәр күктә ҡояш кешеләрҙе шатландырып, байрам кәйефе өҫтәне. Ауыл халҡы ҡышты оҙатыу йолаһын үтәү өсөн генә түгел, ә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә үҙ берҙәмлектәрен раҫлау өсөн урамға сыҡты.
Ауылдың үҙәк майҙаны йыр-моңдан, балаларҙың шат тауышынан гөр килеп торҙо. Матур музыка яңғырай, ҡайнар самауыр байрам кәйефен күтәрһә, күмәк көс менән әҙерләнгән табындың төп атрибуты – ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине.
Майҙандың төп уртаһында һаламдан эшләнгән Масленица һылыуы урын алған. Ойоштороусылар бай спорт-күңел асыу программаһын әҙерләгән. Байрамға килеүселәр тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, иғлан ителгән төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашты, концерт ҡарап күңел асты. Байрамдың төп өлөшө – алыҫлыҡҡа быйма ырғытыу ине. Мәргәндәр пневматик винтовканан атыу буйынса ярышта көс һынашты. Йәштәр һәм балалар ҡарҙа хоккей уйнаны. Ир-егеттәр араһында гер күтәреп ҡарарға теләүселәр ҙә күп булды. Арҡан тартышыу кеүек күмәк уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡарап тороуҙа үҙе бер тамаша ине. Был ярышта көс кенә түгел, ә команда рухы ла мөһим булып тора, сөнки ауыл халҡының “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында еңеү өсөн кәрәкле сифат ул.
Был көндө Ляховта урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса халыҡтың йомғаҡлау йыйылышы үтте. Тауыш биреүгә тәҡдим ителгән төп проект – юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн тағылмалы ҡорамал (грейдер) һатып алыу. Был ҡарар урам юлдарын оператив һәм үҙ аллы тәртиптә тоторға мөмкинлек бирә.
Йола буйынса Ҡышты оҙатыу байрамында ҡарасҡы ла яндырҙылар. Сарала ҡатнашыусылар әйлән-бәйлән уйнаны, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, таҡмаҡтар йырланы.
Әлеге сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә быйылғы йыл туҡлыҡлы һәм яҡшы булыр, изге ниәттәре тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Светлана УРАЗБАХТИНА.