Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Февраль , 10:34

Ил һағын һаҡлай егеттәр

Ил-еребеҙгә дошман ябырылғанда, ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алып яуға сыҡҡан. Беҙҙең ҡаһарман яугирҙәребеҙ һәр ваҡыт еңеү менән ҡайтҡандар. Шулай булмаһа, ошо юлдарҙы яҙып ултыра ла алмаҫ инем. Беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ, яугир ата-бабаларыбыҙҙың рухы алдында баш эйәбеҙ.

Ил һағын һаҡлай егеттәр
Ил һағын һаҡлай егеттәр

Ил-еребеҙгә дошман ябырылғанда, ир-егеттәребеҙ ҡулына ҡорал алып яуға сыҡҡан. Беҙҙең ҡаһарман яугирҙәребеҙ һәр ваҡыт еңеү менән ҡайтҡандар. Шулай булмаһа, ошо юлдарҙы яҙып ултыра ла алмаҫ инем. Беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ, яугир ата-бабаларыбыҙҙың рухы алдында баш эйәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманының ҡыҙы булған­ғамы, һуғыштың бар асылын, яманлығын бәләкәй йөрәгем аша уҙғара инем. Беҙгә һуғышта ҡатнашҡан бабайҙар килгәндә, атайымдың улар менән ҡәһәрле яу юлдары үтеүҙәре хаҡында әрнеп-әрнеп һөйләшеүҙәре һаман да иҫемдә.
Байрам, ял көндәрендә Ҡы­ҙылғы буйына йыйылған һалдаттарҙың нисек ял итеүен ғалим, яҙыусы, ауылдашым Тимерғәле ағай Килмөхәмәтов бик матур һүрәтләгәйне. Хәҙер ауылымда Еңеү яҡынайтҡан тыл уҙамандары ла бик аҙ ғына ҡалып бара.
Бөгөнгө һүҙем үҙебеҙҙең һәм ҡәйнәм Ғирфанова Тәнзилә Харрас ҡыҙының ғаиләләре тураһында. Атайым Рәшит Фазлетдин улы Дәүләтбаев һуғыш ветераны, әсәйебеҙ Рауза Исмәғил ҡыҙы – тыл ветераны. Улар һигеҙ бала - биш ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Ҡәйнәм дә яңғыҙы биш ул, бер ҡыҙ тәрбиәләгән. Тормош бит, уға шулай бер үҙенә балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Минең дүрт ағайым да, ҡустым да ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр. Атай-әсәйемдең улдары хеҙмәт иткән часть командирҙарынан Рәхмәт хаттары алғандары хәтеремдә. Тәнзилә Харрас ҡыҙының да биш улы ла Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берәүҙәре был яҡты донъяла юҡ инде.
Тормош дауам итә. Әлеге геройҙарымдың улдары ла хәрби анттарына тоғро ҡалып, үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәнеләр. Ҡайһы берәүҙәре Украиналағы махсус хәрби операциянан ситтә ҡалманылар. Хәйер, ошондай ғаиләләр һәр ауылда бар. Онотолмаһа ла, тарихта мәғәнәһеҙ һуғыштар ҡабатланып, йөрәктәр тертләп кенә тора.
Эй, Хоҙайым, тыныслыҡ бир еребеҙгә, һуғыштар ҡабынмаһын! Афғанстан, Чечен... Иле­беҙ азатлығы өсөн күпме аҫыл егеттәребеҙ шул ҡәһәрле яуҙарҙа башын һалды. Ҡәйнәмдең улы Ғәфүр Ғирфанов та улар иҫәбендә. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция бара. Илебеҙҙә махсус хәрби операция шауҡымы ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр. Күпме ата-әсә улһыҙ, ҡатындар ирһеҙ, ҡыҙҙар һөйгән йәрһеҙ, балалар атайһыҙ ҡалды. Ҡасан ғына тыныслыҡ килер илебеҙгә. Билдәһеҙлек...
23 февраль – Ватанды һаҡлау­сылар көнө. Ошо уңайҙан барлыҡ ир-егеттәрҙе байрамдары менән ҡотлайым. Махсус хәрби операция тигәндәре тиҙерәк бөтһөн һәм яугирҙәрҙең һәммәһе лә имен-һау әйләнеп ҡайтһын.
Фирүзә ҒИРФАНОВА,
мәғариф уҙаманы.
Шәрипҡол ауылы.

 

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас