Мөслимә апай ғүмер буйы һаулыҡҡа туйманы. Үҙен һаҡлап ҡына йәшәне гел. Һуңғы осорҙа аяҡтары һыҙлап үҙәгенә үтте. Уколдарын да алды, мазь менән ыуып ҡараны, әллә ни файҙаһын тойманы. Аяҡҡа көс төшмәһен өсөн таяҡҡа таянып йөрөй башланы. Һыҙланыуынан төндәрен уянып йоҡлай алмай ятты.
Һуңғы осор төндәрен аяғына бесәйе килеп ятыуына иғтибар итте. Аяғын йылытып ҡына ятҡас, Мөслимә апай ойоп ҡына тынысланып йоҡлап китте, аяғының һыҙлауы баҫылғандай тойолдо. Бесәй бөтә нәмәне тоя тиеүҙәренә ышанып ҡуйҙы. Уны көҙгө һыуыҡ көндә ишек төбөндә ҡысҡырып торғанында йәлләп өйөнә кереткәйне. Йыуындырып ашатып алғас, күркәмләнеп китте. Яңы йән эйәһе килеп ингәс, өйгә лә йәм керҙе.
Төндәр буйы үҙәгенә үткән һыҙлауы баҫылғас, тормош йәмләнеп киткән һымаҡ булды. Аяғы ауыртыуы яйлап бөттө, ләкин бер көн килеп бесәйе юғалды. Элекке һымаҡ ашамай башлауына, ябығыуына иғтибар иткәйне Мөслимә апай. Бер ҡасан да өйгә ҡайтмай ҡалмаған бесәйен эргә-тирәнән дә эҙләне, ләкин таба алманы. Бер көн йылға буйына ҡаҙҙарын алып сыҡһа, бәрәңге баҡсаһының башында ғына үлеп ятҡан бесәйен күреп, йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы.
Минең ауырыуҙарымды үҙенә алып, был донъянан китеп барҙы бахырҡайым, тип һөйләне Мөслимә апай. Был ысынлап та шулаймы, әллә тура ғына килдеме икән?
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...