Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Февраль , 06:09

Урындағы башланғыстар - тыуған ауыл мәнфәғәтенә

Иҫке Ҡыйышҡы ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыуға арналған граждандарҙың йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Урындағы башланғыстар - тыуған ауыл мәнфәғәтенәУрындағы башланғыстар - тыуған ауыл мәнфәғәтенә
Урындағы башланғыстар - тыуған ауыл мәнфәғәтенә

Ҡабаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте халыҡ өсөн иң мөһим проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, шулай уҡ проектты финанслауға индергән өлөш күләмен тикшереү өсөн йыйылыштар үткәрҙе. Йомғаҡлау йыйылышында иҫкеҡыйышҡылылар бер тауыштан өҫтөнлөклө бурыс - автомобиль юлы буйлап урамдарҙы яҡтыртыуҙы ҡабул итә һәм «Иҫке Ҡыйышҡы ауылына инеү юлы» проектын әҙерләй.
Шулай уҡ йыйылышта тауыш биреү юлы менән һигеҙ кешенән торған инициатив төркөм һайланды: Ирина Хаживәлиева, Елена Ястребова, Фәнүз Ҡәүиев, Эльвир Мөхәмәҙуллин, Йәмилә һәм Илнар Шайбәковтар, Таһир Камалетдинов, Әлмира Сафина. Активистар кәрәкле документтар әҙерләү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә аласаҡ. Еңеү яулаған осраҡта улар халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк һәм эштәрҙең үтәлешен күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.
Әлиә ЮЛЫЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас