Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Февраль , 05:59

Хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк

Прибельский ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәкХужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк
Хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк

Халыҡҡа тораҡ пункт өсөн мөһим булған ике проект араһында һайлау яһарға тура килде: “Трактор өсөн күп функциялы тағылма алыу” һәм “Медицина урамына ҡырсынташ һалыу”. Улар был проекттарҙың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында фекер алышты. Артабан йәшерен тауыш биреү юлы менән күпселек тауыш менән үҙбушатҡыс трактор тағылмаһын алыу проекты еңеп сыҡты.
Йыйылышта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, яңы техника көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Үҙбушатҡыс тағылмаһы ауылдың хужалыҡ эшмәкәрлегендә алыштырғыһыҙ ярҙамсы була ала: уның ярҙамында төҙөлөш материалдарын, ағас, йөк ташырға, сүп-сар сығарыу мөмкин буласаҡ.
- Халыҡ ҡабул иткән ҡарар бер проекттың икенсеһен еңеүе генә түгел. Был ауылдың киләсәге өсөн универсаль инструмент булып тора. Әлбиттә, юлдарҙың торошо – беҙҙең даими өҫтөнлөк, һәм Медицина урамы иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Тағылмалы ҡорамал һатып алыу беҙгә мобиллек бирәсәк. Беҙ халыҡ ихтыяждарында булған һорауҙарға тиҙ арала яуап бирә алабыҙ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, социаль объекттарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү кеүек проблемаларҙы хәл итә аласаҡбыҙ. Был дөйөм ҡулланыштағы техника бөтәһе өсөн дә эшләйәсәк. Хәҙер беҙҙең алда яңы бурыс тора - проектыбыҙҙы төбәк кимәлендә ла­йыҡлы күрһәтеү һәм кәрәкле финанслау алыу өсөн конкурс заявкаһын сифатлы әҙерләү, - тип билдәләне ауыл биләмәһе башлығы Наталья Суркова.
Инициативалы төркөмдө до­­кументтарҙың тулы пакетын әҙерләү буйынса ҙур эш көтә. Алда проектты төбәк кимәлендә лайыҡлы яҡлау, унда был башланғыстың мөһимлеген һәм кәрәклеген иҫбатларға кәрәк буласаҡ.
Ауыл халҡы әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп һәм тыуған ауылының үҫеш йүнәлешен билдәләп, беренсе һәм иң мөһим аҙым яһаған да инде.
Юлианна СМИРНОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас