Бының өсөн үҙем ашлама әҙерләйем. Ә улар һәр өйҙә бар. Башланыҡ!
1 литр һыуға 20 мл водород перекисы ҡойоп болғатабыҙ. Гөлдөң төбөн йомшартабыҙ һәм ошо ашламаны ҡоябыҙ. Ул көсһөҙләнеп, үҫә алмай ултырған гөлдәрҙе лә тергеҙеп ебәрә. Бер нисә көндән һуң улар теремекләнеп китер.
0,5 литр һыуға 1 аш ҡалағы шәкәр һалып болғатабыҙ. Бындай ашламаны һәр гөл ярата.
1 литр һыуға 1 сәй ҡалағы шәкәр. Фикустар айына бер тапҡыр ошондай туҡландырыуҙы ярата.
1 сәй ҡалағы кастор майын 1 л һыуға ҡоябыҙ. Һөҙөмтәлә гөл матур итеп сәскә ата, тиҙ үҫә һәм ауырымай.
1 литр һыуға 10 - 15 г ағас көлө. Был ашламаны айына 1 тапҡыр ҡулланабыҙ.
Әфлисун, лимон һәм башҡа цитрус ҡабыҡтарын ташламағыҙ. Уларҙың өҫтөнә йылы һыу ҡойоп ултыртығыҙ. Уны гөлдәргә һибегеҙ.
Ике айға бер аспиринды иҙеп, йылы һыу менән болғатып гөлдәргә ҡойоғоҙ. Бындай һыуҙан япраҡтары йәшелләнә, улар тиҙ үҫә, гөл ауырыуҙарға бирешмәй.
1 сәй ҡалағы алоэ һуты 1,5 литр һыу менән. Үҫеш стимуляторы кеүек эшләй.
1 литр һыуға 1 сәй ҡалағы һөт. Гөлдәргә һибергә йәки япраҡтарҙы һөртөргә мөмкин (1:10).
Фикус япраҡтарын һөт менән һөртөп алһаң, ул матурайып китер.
Минераль һыу хатта ҡороп барған гөлдө лә терелтә.
1 ампула В12 витаминын 1 литр һыуҙа болғатабыҙ. Бындай ашламаны фиалкаларға айына ике тапҡыр ҡоябыҙ. Улар һәр саҡ сәскә атып ҡыуандырыр.
Фото һәм сығанаҡ: Гүзәл Иҫәнгилдина.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Автор: Карима Усманова
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-02-01/g-ld-rem-r-sa-s-sk-ata-4559866