Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Февраль , 05:47

Берҙәм тауышҡа килделәр

Иҫке Ҡыйышҡы ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса алдан йыйылыш үтте.

Берҙәм тауышҡа килделәрБерҙәм тауышҡа килделәр
Берҙәм тауышҡа килделәр

Көн тәртибендә был программа сиктәрендә тор­мошҡа ашырыла алған µҫтµнлµклµ проблемалар ҡаралды.
Ауыл халҡы инициатива күрһәтеп, күпселек тауыш менән алдағы йылға ауылды яҡтыртыу мәсьәләһе өсөн тауыш биргәндәр һәм “Иҫке Ҡыйышҡы ауылына ингән автомобиль юлы буйлап урамдарҙы яҡтыртыу” проектын әҙерләгәндәр.
Иҫке Ҡыйышҡы ауылы был программала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Программа ярҙамында уҙған йылдарҙа ауылда мөһим проекттар уңышлы тормошҡа ашырылды: Өфө Ҡырымы» биҫтәһендә балалар майҙансығы барлыҡҡа килде һәм Көньяҡ урамынан Йәштәр урамы киҫелешенә тиклем урамдарҙы яҡтыртыу ремонтланды.
Йыйылыш һөҙөмтәләре буйынса инициатив төркөм төҙөлдө. Улар һайланған проект конкурстан үтһә, халыҡтан аҡса йыйыу буйынса эш башлаясаҡ һәм проекттың һәр этабының үтәлешен контролдә тотасаҡ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас