Башҡа яңылыҡтар
20 Февраль , 06:44

Берҙәм ғаилә консультациялары көнө

Һарт-Шишмә ауылында Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙҙы.

Берҙәм ғаилә консультациялары көнөБерҙәм ғаилә консультациялары көнө
Берҙәм ғаилә консультациялары көнө

Сара “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы сиктәрендә ойошторолдо.
Ауыл халҡы өсөн ведомство-ара команда эшләне. Уның составына “Ғаилә” хеҙмәте, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, күп функциялы үҙәк, опека һәм попечителлек бүлеге вәкилдәре, район хакимиәтенең юрисконсульты, “Ватанды һаҡлаусы” дәүләт фонды филиалының социаль координаторы, шулай уҡ район үҙәк дауаханаһының табип-наркологы инде.
Ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәт­ҡолова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, осрашыуҙың маҡсаттары тураһында бәйән итте.
- Берҙәм ғаилә консультациялары кө­нө район үҙәгенә бармайынса ғына квалификациялы белгестәрҙән төплө яуаптар һәм тәҡдимдәр алырға мөмкинлек бирә. Күрһәтелгән ярҙам көнүҙәк проб­лемаларҙы хәл итергә һәм һеҙҙең өсөн мөһим булған һорауҙарға яуап бирергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ, - тине Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы.
Ауыл халҡы социаль ярҙам мәсьә­лә­ләре, социаль контракт нигеҙендә ад­реслы ярҙам алыу шарттары һәм тәртибе, шул иҫәптән шәхси ярҙамсыл хужалыҡты үҫтереү, дәүләт хеҙмәттәре, түләүҙәр һәм ташламалар алыу, шулай уҡ хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса консультациялар алды.
Бынан тыш, табип-нарколог Алһыу Нәҙершина сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, шулай уҡ тәмәке, спиртлы эсемлектәр һәм наркотик матдәләр ҡулланыуҙы профилактикалауға арналған лекция үткәрҙе.
Ауылда йәшәүсе Әлфирә Миңғәлиева шәхси һорауы менән белгестәргә мөрәжәғәт итте:
- Улым Рөстәм Рәшит улы һәм киленем Алина Фәрхәт ҡыҙы дүрт йылдан ашыу беренсе төркөм инвалидын ҡарайҙар. Инсульттан һуң уның һул яғын паралич һуҡҡан, ул атлай алмай. Уның туғандары юҡ, балаларыбыҙ уға бушлай ярҙам күрһәтә. Бындай осраҡта ниндәйҙер тү­ләүҙәр ҡаралғанмы-юҡмы икәнлеген белергә теләйем, - тип һөйләне ҡатын.
Һәр белгес ауыл халҡының һорауҙарына тулы яуаптар бирҙе һәм билдәләнгән проблемаларҙың мөмкин тиклем хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Миләүшә ШАМИЛОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас