Даирә
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Февраль , 16:49

Республикала көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Республикала көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә
Республикала көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, йома, 20 февралдә, республиканың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында елдең секундына 26 метрға тиклем етеүе көтөлә.

Шулай уҡ көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, ҡар һырынтылары, тайғаҡ булыуы фаразлана. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк.

Ҡотҡарыусылар водителдәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанцияны һаҡларға кәңәш бирә. Автомобилдәрҙе ағастар, реклама таҡталары һәм электр тапшырыу линиялары янында ҡуйырға ярамай.

Йәйәүлеләргә һелкенеп торған конструкцияларҙы һәм ағастарҙы урап үтергә кәрәк. Тайғаҡ юлдарҙа бик һаҡ булыу зарур.

Шәхси секторҙа йәшәүселәргә ихаталарҙан һәм балкондарҙан ел осороп алып китерҙәй әйберҙәрҙе алып ҡуйырға кәңәш ителә. Электр уты һүнгән осраҡҡа фонарь, зарядка әҙер булырға тейеш. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-19/v-bashkirii-ob-yavili-shtormovoe-preduprezhdenie-4585000

Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас