

Уның маҡсаты – уҡыусыларҙы Ватан һаҡсыларының төрлө быуын вәкилдәре менән таныштырыу, бөгөн Украинала барған махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәт еткереү.
Батырлыҡ дәресендә район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район башлығының махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Игорь Абросимов, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, музей етәксеһе Клара Ғәйфуллина, Боҙаяҙ һәм Иҫке Муса мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.
Дәрестең тәүге өлөшөндә музей етәксеһе Клара Дархан ҡыҙы Сталинград янындағы фронттың төрлө участкаларында барған хәрби ваҡиғалар һәм легендар яҡташыбыҙ - генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәренең ҡаһарманлығы тураһында һµйләне. Артабан сарала ҡатнашыусылар Сталинград һуғышы һәм данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы тураһында документаль фильм ҡараны.
Әлфир Фәрхәт улы уҡыусылар алдында сығыш яһап, дәүләт тарихы, ҡыҙыу ваҡиғалар араһындағы бәйләнеш, махсус хәрби операция геройҙары, патриотлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ тураһында һөйләне.
- Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы осорона оҡшаш ваҡытта йәшәйбеҙ. Бµгөнгө көндә илебеҙ 80 йыл элек кеүек еребеҙҙе нацизмдан таҙартыу буйынса үҙенең иң мµһим, төп миссияһын үтәй.
Махсус хәрби операция Ватаныбыҙ тарихында төрлө яҡтан да һыналыш ваҡиға булды. Советтар Союзы тарҡалғандан бирле хәҙерге Европала был иң күләмле хәрби бәрелеш булып тора.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙҙең ата-бабалар иңенә бынан да нығыраҡ ауырлыҡтар төшә, әммә улар уны намыҫ менән йырып сыҡты, сөнки бөтә ил берҙәм булды. Бөгөн дә әлеге яуаплы тарихи мәлдә халыҡтар берҙәмлек күрһәтә.
Бөгөн батырлыҡ һәм ныҡлылыҡ өлгөләрен Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй армияһы хәрбиҙәре күрһәтә. Беҙҙең хәрбиҙәр, тәү сиратта, һәр Рәсәй гражданының илебеҙҙе көслө, тыныс һәм ирекле дәүләткә әйләндергән традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр буйынса йәшәү мөмкинлеген яҡлай. Нацизмға ҡаршы көрәшкә баҫҡандарҙың барыһы ла ысын геройҙар, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Осрашыу барышында махсус хәрби операция ветераны Игорь Абросимов бөгөнгө көндә актуаль булып торған мутлашыу темаһын да күтәрҙе.
Осрашыу уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай осрашыуҙар балаларҙа Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләй. Уҡыусылар ысын батырҙарҙың эргәлә генә йәшәгәнлеген белде, Тыуған илгә ҡарата һөйөү һәм батырлыҡ – Рәсәй гражданының төп сифаттары булыуын күрҙе.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.