Даирә
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль , 16:02

Волейбол етеҙҙәрҙе берләштерә

Яңы Ҡыйышҡы ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған волейбол турниры үтте.

Волейбол етеҙҙәрҙе берләштерә
Волейбол етеҙҙәрҙе берләштерә

Бәйге “Һинең батырҙарың, Ватаныбыҙ, мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә” проекты сиктәрендә яҡташыбыҙ, 428-се мотоуҡсылар полкының мотоуҡсылар взводы командиры Радик Бикташев һәм Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһенән махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларҙың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Фонды һәм партнерҙар Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Миңлеғәле улы Сафин исемендәге Башҡортостан Республикаһының патриотик тәрбиә һәм саҡырылышҡа тиклемге йәштәрҙе әҙерләү үҙәге, Яңы Ҡы­йышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте, Яңы Ҡыйышҡы урта дөйөм белем биреү учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһының «Спартак» физкультура-спорт йәмғиәте, «Виктория «Пейнтбол клубы” спорт-һауыҡтырыу үҙәге һәм шәхси эшҡыуар Ксения Осипова ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Сарала Радик Раил улының әсәһе Рабиға Хөбблислам ҡыҙы балалары, ейәндәре менән, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, район башлығының махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Игорь Абросимов, «Виктория «Пейнтбол клубы” спорт-һауыҡтырыу үҙәгенең генераль директоры, «Виктория” автоном коммерцияға ҡарамаған ойошманың спорт-патриотик тәрбиә буйынса урынбаҫары, «Быуындар берлеге» хәйриә фондын ойоштороу­сы Юнир Ихсанов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Әлмир Үлмәҫҡолов, Марсель Ишмитов, Вадим Ибраһимов һәм башҡалар ҡатнашты.
- Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған волейбол турнирында күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн беҙ махсус операцияла баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алырға йыйылдыҡ. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк, - тине Яңы Ҡы­йышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
Бәйгегә Һарт-Шишмә, Үтәгән һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылдарынан иң көслө спортсылар йыйылды. Улар үҙҙәренең етеҙлектәрен һәм көсөн, зирәклеген һәм берҙәмлеген күрһәтте.
Уйын һөҙөмтәләре буйынса өлкән төркөмдә беренсе урынды Үтәгән ауылы командаһы яуланы, икенсе урында – Яңы Ҡыйышҡы ауылы командаһы. Кесе төркөмдә Үтәгән ауылы командаһы 1-се урынды яуланы, егеттәр командаһы 2-се урынды алды, ҡыҙҙар 3-сө урынға сыҡты.
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас