Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль , 09:30

Шанлы йылдар онотолмаҫ

“Йәшлек” йәштәр үҙәгендә райондың юнармия командалары араһында интеллектуаль уйын үтте.

Шанлы йылдар онотолмаҫШанлы йылдар онотолмаҫ
Шанлы йылдар онотолмаҫ

Йыл һайын 27 ғинуарҙа илебеҙҙә Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө билдәләнә. Ленинград ҡалаһын блокаданан азат ителеүгә быйыл 82 йыл тулды. Ошо тарихи дата уңайынан “Йәшлек” йәштәр үҙәгендә райондың юнармия командалары араһында интеллектуаль уйын үтте.
Ленинград блокадаһы тарихҡа Бөйөк Ватан һуғышының иң фажиғәле һәм шул уҡ ваҡытта героик биттәренең береһе булараҡ инә. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Аҙыҡ-түлек һәм йылылыҡ етмәй, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар һәләк була. Әммә ленинградлылар бирешмәй, юғары ихтыяр көсөн күрһәтә һәм Бөйөк Еңеүҙең символына әүерелә.
Сараның беренсе өлөшөндә ауыр һу­ғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында патриотик тәрбиә сәғәте үтте. Бында уҡыусылар, һыуыҡҡа, аслыҡҡа, михнәттәргә бирешмәй Еңеүҙе яҡынайтыусы ҡала һаҡсыларының ҡа­һар­­манлыҡтары, батырлыҡтары, рухта­ры­ның нисек көслө булыуҙарын иҫкә ал­ды һәм “Блокада икмәге”н татып ҡараны.
Артабан сарала ҡатнашыусылар өсөн «Батырлыҡ урыны - Сталинград» тигән интеллектуаль турнир үтте. Уйында 4 команда ҡатнашты. Уҡыусылар был сараға бик яуаплы әҙерләнгән булып сыҡты. Командаларға өс турҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һәм Ленинград блокадаһы тураһында ун һорау тәҡдим ителде. Уларҙың һәр береһенә бер минут эсендә яҙма яуап биреп өлгөрөргә кәрәк ине. Ҡайһы бер һорауҙар ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, улар бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап табырға тырыштылар.
Абруйлы жюри ағзалары муниципаль райондың ветерандарға, инвалидтарға һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә ярҙам фонды президенты Рөстәм Әминев, райондағы “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе штабы начальнигы Зәки Бикбаев һәм район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Виктория Истратова балаларҙың белемдәрен тикшерҙе һәм баһа бирҙе.
- Бөгөнгө сара барыбыҙ өсөн дә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Ул белемде тикшереү генә түгел, ә бөтә тарих һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелгәндер, тип ышанам. Үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асҡанһығыҙҙыр, белемегеҙҙе яңыртҡанһығыҙҙыр. Башҡаларҙы ла күберәк тарихи китаптар уҡырға, белемдәрен камиллаштырырға саҡырам. Һәм, әлбиттә, бындай сараларҙа башҡа мәктәптәрҙең дә ҡатнашыуын теләйем,- тине Рөстәм Рәфил улы.
Шулай итеп, уйын һөҙөмтәләре буйынса Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы студенттары 1-се урын яуланы, Ҡырмыҫҡалы гимназияһының юнармия командаһы 2-се урын алды, Ҡабаҡ лицейы һәм 2-се Ҡырмыҫҡалы командалары 3-сө урынды бүлеште.
Сарала ҡатнашыусылар һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс, ҡот осҡос афәт икәненә тағы бер тапҡыр инанып, илебеҙ күге тыныс булһын, тигән изге теләктә таралышты.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас