Бында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Осрашыу барышында халыҡ көнүҙәк проблемаларҙы ғына тикшереп ҡалманы, ә үҙ ауылында төрлө төҙөкләндереү эштәрен әүҙем дауам итергә ҡарар итте.
Йыйылыштың маҡсаты – “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу өсөн иң мөһим проектты һайлап алыу һәм уны берлектә финанслау мөмкинлеге алыу. Шул уҡ ваҡытта биләмәләрҙә проекттарҙы һайлап алыу һәм ғәмәлгә ашырыу халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Йәғни ауыл халҡы әлеге проект буйынса иң өҫтөнлөклө проблеманы хәл итеүҙе билдәләй. Ҡамышлы ауылы халҡы әлеге конкурста ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе һәм беренсе сираттағы проблемаларҙы асыҡланы: беренсеһе МТЗ-82 тракторы өсөн аҫылмалы шнекороторлы ҡар таҙартыу ҡорамалын һатып алыу, икенсеһе - ауыл урамдары буйлап юлдарға ҡырсынташ һибеү.
Фекер алышыуҙарҙан һуң халыҡтың күпселеге ҡар таҙартыу өсөн махсус аҫылмалы ҡорамал һатып алыу проектын һайланы. Был техника юлдарҙы яҡшы хәлдә тоторға мөмкинлек бирәсәк һәм йыл әйләнәһенә ауыл юлдары буйлап йөрөүҙе уңайлы итәсәк.
Ҡамышлы халҡының ҡарары урындағы инициатива һәм грамоталы планлаштырыуҙың урындағы йәшәү сифатын нисек үҙгәртә алыуына сағыу миҫал булып тора.
Эльвира ҒИМРАНОВА