

Шәхси тарих
Еңеү рухы беҙҙең йөрәктәрҙә!
Тыумышым менән мин Дүртөйлө ҡалаһынан. Бала саҡтан спорт менән дуҫ булдым һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Йәш гер күтәреүсе исеменә тап төшөрмәнем. Шулай уҡ мәктәптә лә яҡшы уҡыным, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштым.
Мин мәктәпте тамамлаған 2007 йылда ҡустым донъяға тыуҙы. Белһәгеҙ ине, нисек ҡыуанғанымды! Ошоға тиклем ғаиләлә бер бөртөк бала инем. Шуға күрә гел генә ҡустым йә һеңлем булһын ине тип хыяллана инем. Ниһайәт, был хыялым тормошҡа ашты!
Өфө политехник техникумында газ-нефть йүнәлеше буйынса техник һөнәренә уҡып йөрөгәндә, Ватан алдындағы бурысымды үтәү өсөн әрме хеҙмәтенә саҡырыу алдым. Ракета ғәскәрҙәренә эләгеп, хеҙмәтемде рядовой дәрәжәһендә гранаметсы ярҙамсыһы вазифаһында ғына башлаһам, кесе сержант дәрәжәһендә һәм отделение командиры вазифаһында уны тамамланым.
Армиянан ҡайтҡас, ҡыҙғанысҡа, уҡыуымды дауам итә алманым. Заманаһы ауыр ине шул. Шуға күрә атайымдың дуҫы янына төҙөлөшкә эшкә төшөргә мәжбүр булдым. Бында беҙ яңы технологиялар менән йорттар төҙөнөк. Был эшем миңә ныҡ оҡшай ине, әммә заказдар кәмеп киткәс, эш хаҡы ла күпкә кәмегәс, яңы эш эҙләй башланым. Йәш саҡ, дәртле саҡ, күберәк аҡса эшләге килә. Шулай итеп ресторанға бармен булып эшкә төштөм. Бындағы йәш, күңелле коллектив оҡшаны. Шул уҡ ваҡытта техникумда уҡыуымды ла дауам итеп, ҡулыма диплом алдым.
Ресторанға эшкә килеүемә һис тә үкенмәйем. Тап ошонда Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән буласаҡ һөйөклө ҡатыным менән таныштым. Бер-бер артлы ҡыҙым һәм улым донъяға ауаз һалды. Ә мин инде вахта ысыулы менән Себер тарафтарында эшләй башланым. Бында ла тырыш хеҙмәтемде күрҙеләр һәм үрләттеләр.
2022 йыл тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте. Февраль айында махсус хәрби операция башланды. Юғары баш командующий ҡарары менән тышҡы дошман, нацизм менән көрәш өсөн өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Күптәргә, шул иҫәптән миңә лә повестка килде. Мин бер ҡайҙа ла ҡасырға уйламаным. Ғаиләм, балаларыбыҙ именлеге һәм уларҙың бәхетле киләсәге өсөн көрәшәсәкмен тип, шунда уҡ МХО-ға китергә ҡарар иттем. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡасандыр фашизм менән көрәшеп, беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткәндәр бит! Атайым яғынан ҡартатайым фронтта ҡатнашҡан, ә өләсәйем тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән. Икеһе лә ветерандар. Улар беҙ дошман алдында ҡурҡып, башҡа илдәргә ҡасһын өсөн көрәшмәгән бит, ә беҙ тыныслыҡта һәм һаулыҡта иркен йәшәһен өсөн йәнен дә, тәнен дә аямаған. Тыныс күк өсөн көрәшеүселәрҙе беҙ бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ! Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған! Мин уларҙың барыһы менән дә ғорурланам!
Шулай итеп, ата-бабаларым кеүек мин дә сентябрь айында махсус хәрби операция биләмәһенә – фронтҡа килдем. Дөрөҫөн әйтәм, әлбиттә, ҡурҡыныс булды. Алда билдәһеҙлек, һуғыш. Шулай ҙа бирешмәнек, ҡыйыу көрәштек. Октябрҙә иһә беҙ сик аша сыҡтыҡ. Мин мотоуҡсылар бүлегендә пулеметсы булып хеҙмәт иттем. Һуңынан отделение командиры дәрәжәһенә күтәрелдем, сержант дәрәжәһен бирҙеләр. Командирҙар тарафынан лайыҡлы баһа алдым, өлкән начальниктарҙың ышанысын яуланым. Артабан инде взвод командиры итеп ҡуйҙылар, кесе лейтенант погондарын тағып, тәүге офицер званиеһына лайыҡ булдым. Шулай уҡ, взвод командиры булараҡ, ваҡытлыса рота командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарырға ла тура килде. Һуңынан үҙемде рота командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр.
Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәтемә тоғролоғом өсөн Суворов исемендәге дәүләт миҙалы, легендар яҡташым Шайморатов исемендәге ведомство миҙалы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тигән ведомство миҙалы менән бүләкләндем.
Еңеү беҙҙең менән, сөнки Еңеү рухы беҙҙең йөрәктәрҙә, беҙҙең берҙәмлектә!
Кэмел позывнойлы яугир.
Ҡырмыҫҡалы районы.