Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль , 10:21

Ауылыбыҙ батырҙары

Беҙҙең яугирҙәр көн һайын ысын патриотизм өлгөләре күрһәтә, ул һүҙ менән генә түгел, ә үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүгә әҙерлек менән тулған тормош рәүеше булып тора. Шундай батырҙарҙың береһе – яҡташыбыҙ, “Фаза” ҡушаматлы яугир.

Ауылыбыҙ батырҙарыАуылыбыҙ батырҙары
Ауылыбыҙ батырҙары

Тарихҡа күҙ һалһаң, беҙҙең ил үҙенең ҡаһармандары менән һәр ваҡыт ғорурланды, иң ауыр ваҡыттарҙа ла улар батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер булды.
Беҙҙең яугирҙәр көн һайын ысын патриотизм өлгөләре күрһәтә, ул һүҙ менән генә түгел, ә үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүгә әҙерлек менән тулған тормош рәүеше булып тора. Шундай батырҙарҙың береһе – яҡташыбыҙ, “Фаза” ҡушаматлы яугир.
Ул 1995 йылдың 29 октябрендә Сахай ауылында тыуған. Талбазы ауылында Ауыр­ғазы күп профилле колледжда электромонтер белгеслеге алып, уҡыуын тамамлағандан һуң, армия сафына алына. Ике йыл дауамында Иваново өлкәһенең Тейково ҡалаһында, стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә, һаҡ һәм разведка төркөмөндә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп, төҙөлөштә монолит эштәре буйынса белгес булып эшләй.
2022 йылдың 24 сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң, “Фаза” Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәҙерге ваҡытта ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2025 йылдың ғинуарында яугир кесе сержант, ә апрель айында сержант званиеларына эйә була.
“Фаза” ҡушаматлы яугир “Шайморатов”, “Батырлыҡ өсөн”, шулай уҡ I һәм II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Беҙҙең яҡташыбыҙҙың сәләмәт һәм иҫән-имен ҡайтыуын туғандары, ауылдаштары, дуҫтары түҙемһеҙлек менән көтә. Беҙ егеттәребеҙҙең батырлығы һәм ҡыйыулығы менән ғорурланабыҙ, уларға ышанабыҙ һәм илебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа икәнен беләбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағы­лышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фия ХИСАМОВА.
Сахай ауылы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас