Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
30 Ғинуар , 06:36

Трактор алырға ниәтләйҙәр

Аҡтүбә ауы­лында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә йыйылыш уҙҙы.

Трактор алырға ниәтләйҙәрТрактор алырға ниәтләйҙәр
Трактор алырға ниәтләйҙәр

2014 йылдан эшләп килгән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа бихисап эштәр башҡарылды. Шуға күрә һәр бер ауыл биләмәһе халҡы был программала ҡатнашырға тырыша һәм еңеп сығыу өсөн бар тырышлығын һала.
Урындағы башланғыстар­ҙы хуплау программаһы Иҫке Муса ауыл биләмәһендә лә әүҙем тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам ала.
Күптән түгел Аҡтүбә ауы­лында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә йыйылыш уҙҙы. Йыйылышта ауылдың иң әүҙем граждандары ҡатнашты. Әйткәндәй, улар “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында тәүгә ҡатнаша.
Ауыл халҡы өсөн иң ҙур проблемаларҙың береһе булып юл мәсьәләһе тора. Улар ошо программаға ҡушылып, ҡышын юлдарҙы таҙартыу өсөн “Беларус 952.3” тракторы алырға иҫәп тота. Был техника юлдарҙы яҡшы хәлдә тоторға мөмкинлек бирәсәк.
Йыйылыш барышында программа һәм унда ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙылар, халыҡтан һәм бағыусыларҙан иғәнә суммаһы билдәләнеләр. Эште башҡарып сығырға ярҙам итеү өсөн инициатив төркөм һайланды. Улар аҡса йыйыуҙа ярҙам итәсәк һәм бар эштәрҙең үтәлешен күҙәтеп барасаҡ.
Ауыл халҡының изге ниәте “Урындағы башланғыстарҙы хуп­лау” программаһы сиктәрендә бо­йомға ашыр, тип ышанабыҙ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас