Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
30 Ғинуар , 10:48

Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеле булды

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР Журналистар берлеге ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районының Маҡтаулы гражданы Миҙхәт Рәжәпов БР Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе:

Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеле булдыМөрәжәғәтнамә йөкмәткеле булды
Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеле булды
- Республика башлығының Мөрәжәғәтнамәһен иғтибарлап һәм оҡшатып тыңланым. Ул бик йөкмәткеле, ябай телдә һәм аңлайышлы булыуы менән күңелгә ятты.
Радий Фәрит улы республикабыҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен, уңышлы эшләп килгән барлыҡ тармаҡтарҙы һәм өлкәләрҙе маҡтап телгә алды. Артабан да бергәләп эшләү өсөн аныҡ бурыстар билдәләне.
Махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ғаиләләре иғтибар һәм ярҙам тойһон өсөн барыһы ла эшләнеүе хаҡында һөйләне. Яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн һәр район үҙәгендә мемориалдар төҙөләсәк, тине.
 
Беҙ махсус хәрби операцияның локаль хәрби конфликт ҡына түгел, глобаль конфликттың бер өлөшө икәнен аңларға тейешбеҙ. Ғәҙел донъя тәртибе өсөн көрәштә барлыҡ республика халҡы берләште. Бына дүртенсе йыл инде предприятиелар, ойошмалар, табиптар, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ирекмәндәр махсус хәрби операция яугирҙәренә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә тине, һәм уларҙың һәр береһенә айырым рәхмәтен белдерҙе.
Мөрәжәғәтнамә бик йөкмәткеле һәм урынлы булды, унда ҡуйылған бурыстар тиҙ арала бойомға ашырыла башлар, тип ышанам.
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас