

Еңеп сығырға яҙһын
Алексеевка ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙғарылды. Проекттың мөһимелеген аңлап, йыйылышҡа байтаҡ кеше йыйылды.
Ауыл халҡы бер тауыштан программала ҡатнашыу һәм “Ауыл зыяратына капиталь төҙәтеү үткәреү” өсөн ризалыҡтарын белдереп берҙәм тауыш бирҙе.
Алексеевкалылар был программала тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. 2024 йылда яңы зыярат төҙөү проектын бойомға ашырҙылар.
Проект мәсьәләләрен тикшергәндән һуң тейешле сумманың 12 процентын халыҡтан йыйырға ҡарар ителде. Шулай уҡ дөйөм йыйылышта был проектҡа яуаплы инициатив төркөм дә һайланып ҡуйылды. Был төркөмгә Тамара, Мария, Марина Бабушкиналар, Алексей Бабушкин, Виктор Зайцев, Татьяна Каткова, Светлана Новикова, Максим Починский, Александр Шленков, Алексей Щегловтар индерелде. Еңгән осраҡта улар халыҡтан аҡса йыйыу һәм эштәр барышын күҙәтеү аҫтында тотоу менән шөғөлләнәсәк.
Йыйылыш аҙағында Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов йыйылыусыларға әүҙемлектәре һәм ауыл яҙмышына битараф булмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Алексеевка ауылы халҡы дөйөм тырышлыҡ менән еңеп сығырҙарына һәм ошо проектты бойомға ашырырҙарына ышана.
Миләүшә Шамилова.