Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
30 Ғинуар , 06:31

Еңеүселәр вариҫтары

Константиновка ауылында йәшәүсе “Север” ҡушаматлы яҡташыбыҙ 2023 йылдың сентябрь айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Еңеүселәр вариҫтарыЕңеүселәр вариҫтары
Еңеүселәр вариҫтары

Константиновка ауылында йәшәүсе “Север” ҡушаматлы яҡташыбыҙ 2023 йылдың сентябрь айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әлеге мәлдә яугир өлкән сержант дәрәжәһендә хәрби комендатураның уҡсылар батальоны бүлексәһе командиры булып хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
Яугир сығышы менән Константиновка ауылынан, әммә, икенсе класта уҡығанда, ата-әсәһе менән Себергә күсеп китәләр. 1997 йылда әрмегә алына. Хеҙмәтен Камчаткала десант-штурмлау бригадаһында үтә. МХО-ға тиклем эске эштәр органдарында эшләй. Өйләнгән. Ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр.
- Олатайым Бөйөк Ватан һуғы­шында Тыуған илебеҙҙе фашизмдан азат итеүҙә ҡатнашҡан яугир. Бөгөн беҙ, уларҙың вариҫтары, олатайҙарҙың эшен дауам итәбеҙ. Тыуған ил хәүефһеҙлеген һәм тыныслығын һаҡлап, беҙҙең быуынға ла ҡулдарына ҡорал алырға тура килде. Махсус хәрби операция башланғас та үҙ иркем менән барырға уйлап йөрөй инем. Халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн Тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысым, тип иҫәпләйем. Яҡындарым минең ҡарарыма ҡаршы булманы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуыма бер ҙә үкенмәйем, - ти яугир.
Һәр кемдең улы - атаһының дауамы, уларҙың ғорурлығы һәм шатлығы.
Атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡас, мин дә унда булырға те­йешмен, тип улы ла 2025 йылдың ғинуар айында үҙ теләге менән конт­ракт төҙөп, хәрбиҙәр сафына баҫты. “Бека” позывнойлы яугир атаһы менән бергә мотоуҡсылар батальонында рядовой булып хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, барыһына ла тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтырға яҙһын.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас