

Үтәгән мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә волейбол турниры үтте.
Турнирҙың төп маҡсаты - йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү.
Волейбол ярышында Үтәгән, Һәүәләй һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарынан торған алты команда көс һынашты.
Дәртләндереү һүҙҙәре, көслө алҡыштар менән спорт залы гөрләп торҙо. Уйындар тулҡынландырғыс һәм мауыҡтырғыс булды. Һәр команданың үҙ уйынсылары, үҙ алымдары бар ине. Дуҫтарса атмосфераға ҡарамаҫтан, бер кем дә алдынғылыҡты бирергә теләмәйенсә, бар тырышлығын һалды.
Көсөргәнешле һәм сәмле турнир йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: Үтәгән командаһы беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урында – Һәүәләй, өсөнсө урынға хәрби хәрәкәттәр ветерандары командаһы сыҡты.
Турнир берҙәмлекте һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамдың сағыу миҫалы булып тора. Ул хатта спорт залында ла теләктәшлек күрһәтергә мөмкин булыуын күрһәтә.
Эльмир Миһранов.