Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
30 Ғинуар , 06:53

Беҙ – спорт майҙансығы өсөн

Урал ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә хәл иткес йыйылыш үткәрелде.

Беҙ – спорт майҙансығы өсөнБеҙ – спорт майҙансығы өсөн
Беҙ – спорт майҙансығы өсөн

Күпселек тауыш менән универсаль майҙансыҡ төҙөлөшө хупланды.
Ағымдағы йылдың 16 ғинуарында Урал ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә хәл иткес йыйылыш үткәрелде.
Туранан-тура тауыш биреүҙә халыҡ үҙ биләмәләрендә ниндәй проект ғәмәлгә ашырыласағын билдәләне. Асыҡ фекер алышыу һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән абсолют күпселек тауыш менән заманса универсаль спорт майҙансығын төҙөү инициативаһы һайланды.
Йыйылышта икенсе альтернатив вариант – хужаклыҡ ихтыяжы өсөн “Беларус 82.1” тракторы һатып алыу мәсьәләһе ҡаралды. Фекер алышҡандан һуң халыҡ барлыҡ быуындарҙың актив ялы һәм сәләмәтлеге өсөн инфраструктура булдырыуҙы һайланы. Ошо рәүешле, халыҡҡа үҙ биләмәләре үҫешенә туранан-тура йоғонто яһарға мөмкинлек биргән программа үҙенең һөҙөмтәһен ҡабаттан раҫланы.
Проекттың яҡынса баһаһы: 2 миллион һум. Халыҡтан дөйөм сумманың 15 проценты күләмендә аҡса йыйырға тигән ҡарарға килделәр, муниципаль бюджеттан 15 процент бүленәсәк. Ҡалған аҡсалар “Урындағы бащланғыстарҙы хуплау” программаһы конкурсы сиктәрендә республика бюджетынан субсидия рәүешендә алынасаҡ.
Яңы спорт майҙансығы төҙөлөшө Урал ауылының ижтимағи тормошонда мөһим ваҡиға буласаҡ. Ул балаларға, үҫмерҙәргә һәм өлкәндәргә спорт менән шөғөлләнеү, уйындар үткәреү һәм саф һауала ял итеү мөмкинлеге бирәсәк. Хәҙер инициатив төркөмгә конкурсҡа ғариза биреү һәм проектты төбәк дәрәжәһендә яҡлау өсөн тулы документтар пакеты әҙерләргә кәрәк буласаҡ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас