

Әлфирә Сәйетгәрәй ҡыҙы бар ғүмерен “Урал” колхозының мал һимертеү комплексында эшләүгә бағышлаған. Тормош иптәше Фәнүз ? улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әлфирә Сәйетгәрәй ҡыҙына ауыр юғалтыуҙар кисерергә лә тура килә. Өс йыл элек автоһәләкәттә улын юғалта, ә уҙған йыл кесе улы махсус хәрби операцияла һәләк була. Шуға ҡарамаҫтан, ул һынмаған, һығылмаған быуын кешеһе. Бөгөнгө көндә уҙаманға ҡыҙы, кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре, килене бар яҡлап та таяныс булып тора.
- Республикабыҙҙа иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылын нәҡ бына шундай өлгөлө һәм күркәм ғаиләләрҙе билдәләүҙән башларға теләйбеҙ. Әфирә Сабитова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауылды төҙөкләндереүҙә һәм төрлө сараларҙа ярҙам күрһәтә. Уның ныҡлығы, рухи яҡтан көслө булыуы башҡаларға дәрт, көс-ҡеүәт өҫтәй, - тип яҙалар был уңайҙан Яңы Ҡыйышҡы ауыл хакимиәте сайтында.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ, Әлфира Сәйетгәрәй ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ.