Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ғинуар , 10:13

Улар тик ятмай

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе үҫмер мутлашыусыларға 50 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.

Улар тик ятмай
Улар тик ятмай

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе үҫмер мутлашыусыларға 50 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.
Район үҙәгенән ун биш йәшлек ҡыҙ, бөтә үҫмерҙәр кеүек үк, “Telegram” селтәрен әүҙем ҡуллана һәм шунда ул “ВИКТОР ДАРИТ” розыгрыш рекламаһын күрә һәм күрһәтелгән адрес буйынса смс-хәбәр ебәрә. Тиҙҙән ул 180 мең һум аҡса отоуы тураһында белә. Әммә сумманы алыу өсөн күрһәтелгән иҫәп буйынса 3 мең һум, һуңынан тағы ла “һалым”ды ҡаплатыу өсөн 3600 һум күсерергә кәрәк була. Артабан 150 мең һумдан ашыу сумманы күсереүҙе страховкалау сифатында тағы 5400 һум күсереүҙе талап итәләр.
Мутлашыусылар бының менән генә туҡтап ҡалмай, улар аҡса алыу өсөн яңынан-яңы һылтауҙар таба. Һөҙөмтәлә үҫмер 53 200 һум аҡса күсерә. Шунан һуң ғына мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлап ҡала.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас